Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРАЗАЕВ Мәхмүт Һибәт улы

Просмотров: 582

УРАЗАЕВ Мәхмүт Һибәт улы (14.5.1936, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Ғәббәс а.), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1981). БДУ‑ны тамамлаған (1965). 1951—57 йй. Ейәнсура р‑нының Ш.Хоҙайбирҙин ис. к‑зында, 1960—86 йй. респ. төрлө гәз., “Ағиҙел” ж., БАССР МС‑ының Радиотапшырыуҙар һәм ТВ б‑са ком‑тында эшләй. Мәхмүт Һибәт псевдонимы м‑н баҫыла. “Тауҙар өндәшә” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1971 й. сыға. Ижадында мәңгелек проблемаларға – әхлаҡҡа, мөхәббәткә, кешелеклелеккә мөрәжәғәт итә. “Көнгә бағам” (1978), “Ваҡыт ҡосағында” (1987), “Сағылдағы артыш” (2002) шиғри йыйынтыҡтары авторы. “Алпамыша” (1990—91) дастаны, “Бәндәбикә менән Ерәнсә ҡиссаһы” (1984), “Заятүләк менән Һыуһылыу” (1990) драмалары башҡ. фольклор әҫәрҙәре мотивтары б‑са яҙылған. У. әҫәрҙәре урыҫ, татар, украин һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. С.Т.Айытматовтың “Беренсе уҡытыусы” (1984) повесын, Р.Ғ.Ғамзатов, Я.Ухсай, С.И.Чекмарёв һ.б. шиғырҙарын башҡ. теленә тәржемә иткән. У. шиғырҙарына комп. А.Х.Ғабдрахманов, Р.Р.Йыһанов, Х.Ф.Әхмәтов йырҙар ижад иткән.

Әҫәрҙ.: Ғүмер ҡиссалары: шиғырҙар, поэмалар, драма һәм хикәйәттәр. Өфө, 1996; Ғаләм түңәрәге: шиғырҙар. Өфө, 2006.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019