Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРАЛ БАТЫР

Просмотров: 460

УРАЛ БАТЫР, башҡ. фольклоры персонажы. “Урал батыр” эпосында Йәнбирҙе м‑н Йәнбикәнең (ҡара: Тәү ата‑баба) кесе улы, тәүге кеше (әжәлле), өлкән ағаһы Шүлгәндең ҡапма‑ҡаршыһы итеп бирелгән. Эпостың башынан уҡ ыңғай яҡтан күрһәтелә. У.б. тәртибе (ата-әсәһенең ҡушҡандарына тоғро, ағаһын ҡанлы турһыҡҡа ҡағылмаҫҡа өндәй) эпостың аҙағына тиклем үҙгәрмәй, уның изгелеге әҫәрҙә төрлө яҡшы эштәрендә күрһәтелгән һәм батырҙың һуңғы бөйөк батырлығы – кешелектең йәшәүе һәм Тәбиғәттең үлемһеҙлеге хаҡына үлеүе т‑дағы юлдарҙа сағыу яҡтыртылған. Эпоста У.б. тулы портреты юҡ, ул герой башҡарған эштәр аша һүрәтләнә. У.б. алпамыша көсөнә эйә: “Егет тә егет икәнһең, /Батыр‑алып икәнһең”; намыҫлы һәм кешелекле: “Һис бер ҙурлыҡ кәрәкмәй”; үҙенең идеалдарына тоғро: “Яҡшынан бүтән уйым юҡ”; /Үлемдән бүтән берәүҙән /Юллай торған дауым юҡ.”; ябай халыҡ тарафынан ихтирам ителә: “Атаң (Урал) беҙгә тәңреләй /Ярҙам итте, балаҡай”. У.б. Ҡатилды һәм Ҡәһҡәһәнең батшалығын юҡ итә, Әзрәҡәне үлтерә, яуыз көстәр яғына күскән Шүлгән м‑н көрәшә; тирә‑яғына һипкәндән һуң, Тәбиғәт терелеп, үлемһеҙ булыуына сәбәп булған Йәншишмәне таба. Ул донъяны яралтыусы, мәҙәни герой, демиург ролендә сығыш яһай: Ҡатилдың мөгөҙҙәрен бөгөп, өҫкө тештәрен бәреп төшөрөп, тояҡтарын икегә ярып, хайуан ҡиәфәтенә килтерә; дейеү һәм йыландарҙы үлтерә, ерҙе яуыз заттарҙан ҡотҡарып, уларҙың кәүҙәләренән ян‑яғын кешеләр төйәк иткән тауҙар яһай; һыуҙарҙы таҙарта. Шүлгәндең яуызлыҡтары арҡаһында У.б. үлә, әммә эҙһеҙ юғалмай, Уралтауға әйләнә. У.б. балалары Иҙел, Нөгөш, Яйыҡ һәм ир туғаны Һаҡмар әҙәм затын дауам итә. “Ай менән Урал тауҙарының барлыҡҡа килеүе” легендаһында У.б. артыҡ Ҡояшты юҡ итеп, Ай м‑н Урал тауҙарын барлыҡҡа килтерә.

Әҙәб.: Урал батыр. Башҡорт халыҡ ҡобайыры=Урал-батыр. Башкирский народный эпос=Ural‑batur. Bashkort Folk Epic. Өфө, 2005 .

Ф.А.Нәҙершина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019