Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“УРАЛ-АЛТАЙ ТЕЛДӘРЕНЕҢ ТАРИХИ ГРАММАТИКАҺЫ НИГЕҘҘӘРЕ”

Просмотров: 350

“УРАЛ-АЛТАЙ ТЕЛДӘРЕНЕҢ ТАРИХИ ГРАММАТИКАҺЫ НИГЕҘҘӘРЕ”, Ж.Ғ.Кейекбаев монографияһы (Өфө, 1996). Хеҙмәт автор тарафынан төрки телдәрҙең сағыштырма грамматикаһы б‑са уҡыу курстарын әҙерләгән ваҡытта алтай телдәренән һәм фин‑уғыр телдәренән йыйылған ҙур фактик материалға нигеҙләнеп яҙылған. Төркиәттә тәүге фундаменталь хеҙмәт, унда структур лингвистика ысулдарын ҡулланып, урал‑алтай телдәренең сағыштырма‑тарихи анализының (ҡара: Сағыштырма‑тарихи тел ғилеме) яңы теорияһы эшләнгән: 40‑ҡа яҡын тел һәм уларҙың диалекттарын ентекләп өйрәнеү һөҙөмтәһендә, автор тарафынан тикшерелгән телдәрҙең (ҡара: Телдәр классификацияһы) типологик оҡшашлығын һәм генетик ҡәрҙәшлеген иҫбатлаған билдәлелек һәм билдәһеҙлек категорияһының тарихи үҫешендә грамматик формаларының дөйөм билдәләре асыҡланған.

Монография инештән, 3 бүлектән һәм ҡушымтанан тора. Инештә төшөм килеште ҡулланыу үҙенсәлектәре, уның билдәлелек һәм билдәһеҙлек төшөнсәһе м‑н бәйле бирелеү саралары күрһәтелгән. “Исем” бүлегендә авторға урал‑алтай тәү теленең берҙәм структур моделен реконструкцияларға мөмкинлек биргән исемдәрҙең килеш формалары һәм күплек һаны үҫеше күҙәтелә. “Эйәлек‑предикатив формалары. Уларҙың килеп сығышы һәм аффикстарының алмаштар менән генетик бәйләнеше” бүлегендә алмаштар, уларҙың барлыҡҡа килеүе һәм грамматик формалары т‑да мәғлүмәт бирелә; хәбәрлек һәм эйәлек формаларының үҫеше һәм уларҙың зат алмаштары м‑н генетик бәйләнештәре ҡарала. “Һан” бүлеге тикшерелгән телдәрҙә һандың грамматик формаларының тарихи үҫешенә арналған. Ҡушымтаһында урал-алтай телдәре үҫешенең хронологик схемаһы бирелгән.

Кейекбаев тарафынан тәҡдим ителгән билдәлелек һәм билдәһеҙлек теорияһы урал-алтай телдәренә ҡараған айырым телдәрҙең тарихи грамматикаһын төҙөү өсөн нигеҙ була ала.

В.Ш.Псәнчин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019