Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРАЛ-ВОЛГА БУЙЫ ТӨРКИ ТЕЛЕ

Просмотров: 1937

УРАЛ-ВОЛГА БУЙЫ ТӨРКИ ТЕЛЕ, и ҫ к е т ө р к и т е л е, 13 б. уртаһы — 20 б. башы китап‑яҙма теле, төрки теленең төбәк төрҙәренең береһе. Ҡараханлы‑уйғыр һәм харәзм‑төрки әҙәби телдәре (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре) нигеҙендә формалашҡан. Башҡорттар һәм татарҙар тарафынан ҡулланылған. Урыҫ милли дипломатик һәм эш ҡағыҙҙары яҙыуҙарында файҙаланылған, урындағы эш башҡарыу теле булып торған. У.‑В.б.т.т. китаптар (ҡара: Китап нәшер итеү эше), гәзит һәм журналдар баҫтырылған, мәҙрәсәлә, урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеларында уҡытыу алып барылған, художестволы әҙәбиәт әҫәрҙәре һ.б. ижад ителгән. У.‑В.б.т.т. өсөн ғәрәп яҙмаһы ҡулланылған. Иң иртә яҙылған ҡомартҡы – Ҡол Ғәлиҙең “Ҡиссаи Йософ”. У.‑В.б.т.т. үҫешендә бер нисә этап айырыла: 1) 13 б. 1‑се ярт. У.‑В.б.т.т. боронғо уйғыр теле, болғар теле, уғыҙ һәм ҡыпсаҡ телдәре үҙенсәлектәре тигеҙ ҡулланыла. Төп үҙенсәлектәре: сығанаҡ килештең боронғо уйғыр һәм ҡыпсаҡ формалары ‑дын/‑дин һәм ‑дан/‑дән аффикстары, мәҫ., “күзләрендин йәшләр аҡты” (күҙҙәрҙән йәштәр тамды), “уйҡудан, йемәкдән, ичмәкдән мәхрүм ҡалды” (йоҡонан, ашауҙан һәм эсеүҙән яҙҙы); төшөм һәм төбәү‑йүнәлеш килештәрендә ‑е/‑и, ‑а/‑ә (‑йа/‑йә) уғыҙ аффикстары, мәҫ., “өнеме ишед” (минең тауышымды ишет), “сөчеңези белдем” (һеҙҙең гонаһығыҙҙы белдем), “зиндана яҡын килде” (зинданға яҡын килде); ‑ан/‑ән, ‑мыш/‑меш аффикслы үткән заман сифат ҡылымдары, мәҫ., “күрән кеше” (күргән кеше), “ачыҡмыш бүре” (асыҡҡан бүре); ҡылымдың бойороҡ һөйкәлешен булдырыу өсөн аффиксһыҙ йәки ‑ғыл/‑гел аффикслы ҡылым нигеҙе, мәҫ., “эшлә”/“эшләгел” (эшлә), “аңла”/“аңлағыл” (аңла) һ.б. ҡулланыла. Лексикаһын ҡыпсаҡ һәм уғыҙ һүҙҙәре тәшкил итә, ғәрәп теленән һәм фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр ҡатламы бар; 2) 13 б. 2‑се ярт. — 15 б. У.‑В.б.т.т. ғосман һәм сығатай яҙма әҙәби телдәренең йоғонтоһо көслө булыуға ҡарамаҫтан, ҡыпсаҡ элементтары өҫтөнлөк итә. Төп үҙенсәлектәре: анлаутта [й] хәрефенең өҫтөнлөк итеүе, мәҫ., “йаҡшы” (яҡшы), “йаңы” (яңы); ауслаутта ҡайһы бер һүҙҙәрҙә [к], [ҡ], [ғ] тартынҡыларының һаҡланыуы, мәҫ., “кичик” (бәләкәй), “ҡороҡ” (ҡоро), “олуғ” (ҙур, бөйөк); ‑ған/‑гән тип тамамланған сифат ҡылымдар м‑н бер рәттән ‑мыш/‑меш тип тамамланған сифат ҡылымдарҙы ҡулланыу, мәҫ., “тулған ай кеби” (тулған ай кеүек), “ҡачмыш ҡол” (ҡасҡан ҡол); ‑ҡа/‑кә, ‑ға/‑гә аффикслы ҡыпсаҡ төбәү‑йүнәлеш килеше өҫтөнлөк иткәндә ‑а/‑ә (‑йа/‑йә) уғыҙ аффикстарын ҡулланыу, мәҫ., “ханға” (ханға), “сүзгә” (һүҙгә), “гөзләрә” (күҙҙәргә), “Болғара” (Болғарға), “Мәдинәйә” (Мәҙинәгә); ‑ар/‑ур тип тамамланған ҡылым формалары м‑н хәҙ. һәм киләсәк заман хәрәкәтен белдереү, мәҫ., “бөгөн шөкрин ҡылурмын” (бөгөн һиңә рәхмәт әйтәм/бөгөн һиңә рәхмәт әйтәсәкмен), “шәһдиғә охшар” (балға оҡшаған/балға оҡшаясаҡ) һ.б. Ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр һәм фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр бик күп; 3) 16—18 бб. У.‑В.б.т.т. ғосман һәм сығатай элементтарының бер аҙ йоғонтоһо м‑н ҡыпсаҡ һыҙаттарының өҫтөнлөк итеүе хас. Яйлап халыҡтың һөйләү теле м‑н, атап әйткәндә, Башҡортостан терр‑яһында башҡорттарҙың йәнле һөйләү һәм фольклортеле м‑н яҡынлашыуы күҙәтелә. Төп үҙенсәлектәре: һүҙ башында [д] һәм [т], [б] һәм [в], [б] һәм [м] хәрефтәрен параллель ҡулланыу, мәҫ., “дөш” /“төш” (төш), “бар” /“вар” (бар), “бән”/ “мән” /“мин” (мин), “бең” /“мең” (мең); ғәрәп‑фарсы формалары урынына төрки формаларын ҡулланыу, мәҫ., юҡлыҡ — “бихаҡ” урынына “хаҡсыз” (хаҡһыҙ), күплек формалары – “халайыҡлар” (халыҡ); эйәлек категорияһының күплектәге 1‑се һәм 2‑се заттарын ‑мыз/‑мез, ‑ңыз/‑ңез аффикстары ярҙамында биреү, мәҫ., “дуслыҡымыз” (беҙҙең дуҫлыҡ), “ҡулуңыз” (һеҙҙең ҡулығыҙ) һ.б. Лексикаһы урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр м‑н тулылана; 4) 19 б. — 20 б. башы У.‑В.б.т.т. халыҡтың һөйләү һәм фольклор теле м‑н яҡынайыуы көсәйә. Төп үҙенсәлектәре: төбәү‑йүнәлеш килештәге ‑а/‑ә формаһы урынына ‑ҡа/‑кә, ‑ға/‑гә, мәҫ., “арысланға”; сығанаҡ килештәге ‑дын/‑дин урынына ‑дан/‑дән, ‑тан/‑тән, мәҫ., “кешеләрдән”, формаларын ҡулланыу сфераһы киңәйә; эйәлек килеш м‑н үҙгәрештең традицион килеш формалары варианттары ҡыҫырыҡлап сығарыла — төбәү‑йүнәлеш килештәге ‑ыйа/‑ейә урынына ‑ына/‑енә, мәҫ., “уғлына”, төшөм килештә ‑ыны/‑ене урынына ‑ын/‑ен формаларын ҡулланыу хас, мәҫ., “хал‑ҡын” һ.б. Төп башҡ. һүҙҙәре һәм фразеологизмдар (ҡара: Фразеология) әүҙем ҡулланыла.

20 б. башында У.‑В.б.т.т., башҡ. халҡының йәпле һөйләү һәм фольклор теленең үҙенсәлектәре (айырыуса лексикаөлкәһендә) синтезы нигеҙендә 20‑се йй. тиклем ҡулланылған иҫке башҡ. әҙәби теле формалаша башлай.

И.Ғ.Ғәләүетдинов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019