Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРМАН ТӘЖРИБӘ СТАНЦИЯҺЫ

Просмотров: 331

УРМАН ТӘЖРИБӘ СТАНЦИЯҺЫ. Урман тергеҙеү, урман культуралары селекцияһы, гибридизацияһы, орлоҡсолоғо, һаҡлағыс ағас үрсетеү, урманды һаҡлау, урман гидрологияһы, фенологияһы һәм урман хужалығы иҡтисады б‑са эштәр башҡарған. 1931 й. Өфөлә Башҡ‑н ҒТИ‑ның урман бүлеге базаһында Башҡ‑н У.т.с. булараҡ ойошторола, 1932 й. алып СССР‑ҙың Урман сәнәғәте ХК эргәһендә, 1936 й. — Бөтә Союз урман хужалығы ҒТИ (1955 й. башлап Бөтә Союз урмансылыҡ һәм урман хужалығын механизациялау ҒТИ) эргәһендә була, 1994 й. — Башҡ‑н ғилми‑тикшеренеү У.т.с. дәүләт учреждениеһы, 2003 й. — “Бөтә Рәсәй урмансылыҡ һәм урман хужалығын механизациялау ҒТИ” федераль дәүләт учреждениеһы филиалы, 2011 й. — “Рослесинфорг” ФДУП‑ының башҡ. филиалы, 2012 й. ябыла. Башҡортостан урмандарының зона үҙенсәлектәре һәм экологик торошо б‑са тикшеренеүҙәр үткәргән, норматив‑техник документациялар һ.б. булдырған. У.т.с. респ. урмандарында тәрбиәләү өсөн ҡырҡыу, урман культуралары агротехникаһы б‑са тәҡдимдәр эшләгән; ағас һәм ҡыуаҡ төрҙәре интродукцияһы, урман хужалығында хеҙмәтте рациональ ойоштороу һ.б. б‑са тикшеренеүҙәр үткәргән. У.т.с. м‑н И.А.Ибраһимов, Д.А.Ильичёв, Ю.Ф.Косоуров, Р.С.Сурағолов, Д.В.Әмирханов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019