Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРМАНЧЕЕВ Саид Фёдорович

Просмотров: 414

УРМАНЧЕЕВ Саид Фёдорович (20.2. 1952, Өфө), механик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2005), проф. (2010). Мәскәү энергетика ин‑тын тамамлаған (1975). 1980 й. алып СССР ФА УрБ БФҮ‑нең Физика һәм матем. бүлегендә, 1988 й. — Математика ин‑тында, 1991 й. — РФА Себер бүлексәһенең Күп фазалы системалар механикаһы ин‑тында (Төмән ҡ.) эшләй. 1992 й. башлап РФА Өфө ФҮ‑нең Механика ин‑тында: өлкән ғилми хеҙм‑р, 2000 й. — лаб. мөдире, 2001 й. — фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 2003 й. — дир.; бер үк ваҡытта 1992 й. алып БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге күҙәүле мөхиттәр динамикаһына, термогидродинамикаға, матем. моделдәр әҙерләүгә арналған. У. тарафынан туйындырылған күҙәүле мөхиттәрҙә бәрмә тулҡындар таралыуы теорияһы үҫтерелгән, фаза-ара тәьҫирләшеү көстәренең акустик тулҡындарҙың ҡайтарылыу һәм һүнеү процестарына йоғонтоһо анализланған, термоүҙлелеге аномаль булған шыйыҡсалар гидродинамикаһының нигеҙҙәре төҙөлгән, бер төрлө булмаған т-ра ҡырында шыйыҡсаларҙың термоүҙле структуралар барлыҡҡа килеү сәбәпле ағыуы законлыҡтары асылған, каталитик крекинг ҡулайламаһының лифт- реакторы каналында ваҡ бөртөклө катализаторҙың ағыуы мәсьәләһенең матем. моделе һәм сисеү алгоритмы һ.б. табылған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Моделирование взаимодействия воздушной ударной волны с пористым экраном //Физика горения и взрыва. 2000. Т.36. №4 (авторҙ.); Установившееся течение жидкости с температурной аномалией вязкости //Доклады Академии наук. 2004. Т.396. №2 (авторҙ).

В.Н.Киреев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов  

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019