Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРЫҪ ТЕЛ ҒИЛЕМЕ

Просмотров: 363

УРЫҪ ТЕЛ ҒИЛЕМЕ, р у с и с т и к а, урыҫ теле, уның системалары йыйылмаһы, тарихы, хәҙ. торошо һәм йәшәүе, башҡа телдәр м‑н үҙ-ара бәйләнеше һ.б. т‑дағы фән.

Башҡортостанда У.т.ғ. сығанаҡтары 20 б. 40‑сы йй. аҙ. барып тоташа, был ваҡытта урыҫ теле б‑са тикшеренеүҙәр башлыса ғәмәли йүнәлешле була: башҡ. мәктәбендә урыҫ телен уҡытыу методикаһы, урыҫ телен һәм башҡорт телен сағыштырма анализлау, урыҫ грамматикаһы, Башҡортостанда урыҫ теле диалекттары һ.б. б‑са мәҡәләләр (Н.Д.Ғарипова, К.З.Закирйәнов, З.П.Здобнова, М.Ш.Емасова, Б.Н.Кипарисов, М.Х.Хәйруллина һ.б.); урыҫса‑башҡ. (1942; 1948; 1954) һәм башҡ.‑урыҫса (1958) һүҙлектәр (ҡара: Лексикография) сығарыла. 60‑сы йй. башынан БДУ, БДПИ, Бөрө пед. ин‑ты, СДПИ‑ның лингвистик кафедраларында У.т.ғ. мәсьәләләре тикшеренеү объекты була. Синтаксистың (И.П.Распопов, Н.В.Черемисина) һәм семантиканың (Л.М.Васильев) актуаль проблемалары б‑са беренсе фундаменталь тикшеренеүҙәр үткәрелә; урыҫ теле тарихы (А.Н.Мирославская, Ю.Д.Соболева), стилистикаһы (Е.Н.Борисова, Черемисина) б‑са хеҙмәттәр барлыҡҡа килә; урыҫ диалектологияһы үҫешә. “Урыҫ теле буйынса материалдар һәм күҙәтеүҙәр” (“Материалы и наблюдения по русскому языку”; 1961), “Лексикология һәм синтаксис мәсьәләләре” (“Вопросы лексикологии и синтаксиса”; 1964), “Лингвистик тикшеренеү .әрҙең методологияһы һәм методикаһы мәсьәләләре” (“Вопросы методологии и методики лингвистических исследований”; 1965), “Урыҫ теле синтаксисы мәсьәләләре” (“Вопросы синтаксиса русского языка”), “Башҡортостанда урыҫ теле” (“Русский язык в Башкирии”; икеһе лә – 1968) һ.б. йыйынтыҡтар сығарыла. 70—80‑се йй. лингвистик тикшеренеүҙәр семантиканың теоретик, лингво‑филос., сағыштырма һ.б. аспекттарына арналған (Васильев, Р.М.Ғайсина, Р.Ф.Ғәзизова, В.Л.Ибраһимова, Т.Ә.Килдебәкова, Р.Х.Хәйруллина һ.б.); лексикология проблемалары тикшерелә: телдең лексик‑семантик системаһы грамматика м‑н бәйләнештә ҡарала (кимәл‑ара семантик өлкә); милли мәктәптәр өсөн урыҫ теле б‑са дәреслектәр һәм вуздар өсөн уҡыу әсбаптары, ике телле һәм күп телле һүҙлектәр сығарыла. Тикшеренеү һөҙөмтәләре “Семантика буйынса тикшеренеүҙәр” (“Исследования по семантике”; 1975—2008) вуз‑ара фәнни йыйынтығында, ш. уҡ “Русский язык в башкирской школе” ж. баҫылып сыға. 1990—2000 йй. башында У.т.ғ. дисциплина‑ара бәйләнештәре көсәйә: лингвофилософик мөнәсәбәт категорияһы (Ғайсина, И.А.Захарова, Л.А.Иванова, А.Е.Родионова, Л.А.Самохина), баһалау (Л.А.Сергеева____________), эмотивлыҡ (Л.А.Кәлимуллина) һ.б. тасуирлана; традицион системалы мөнәсәбәт функциональ‑когнитив мөнәсәбәт (ҡара: Когнитив лингвистика, Функциональ грамматика) м‑н берләшә; БР‑ҙағы ике теллелек, телдәрҙең ҡулланылыу шарттары (ҡара: Социолингвистика), психолингвистика (Н.П.Пешкова, Т.М.Рогожникова, Э.Ә.Сәлихова), мәҙәниәт‑ара коммуникация (Р.Х.Хәйруллина, З.З.Чанышева) мәсьәләләре өйрәнелә. Шулай уҡ тел ғилеменең методологик нигеҙҙәре (Васильев, Б.Т.Ғәниев, З.М.Дударева, Н.В.Пятаева, И.А.Сыров, Ф.Ғ.Фәтҡуллина), стилистика һәм телмәр мәҙәниәте (Р.Я.Вельц, Т.Н.Дорожкина, Л.И.Дьяченко, Е.Г.Рузина, Е.А.Яковлева), текст теорияһы (И.В.Артюшков, Е.И.Беглова, Р.Ә.Кәримова, Ғ.Ғ.Хисамова, В.Ә.Шәймиев), терминология (Ә.К.Сөләймәнова) тикшерелә. Урыҫ һәм башҡ. телдәренең сағыштырма грамматикаһы б‑са хеҙмәттәр яҙыла (Ә.М.Аҙнабаев, Закирйәнов, Р.Х.Хәйруллина), урыҫ телен башҡа славян телдәре, төрки телдәре, герман телдәре, роман телдәре һ.б. м‑н сағыштырып өйрәнеү әүҙемләшә (Р.Ғ.Ғатауллин, М.В.Зәйнуллин, Р.З.Мерәҫов, С.Ғ.Шафиҡов һ.б.). Башҡ. мәктәбендә урыҫ телен уҡытыу методикаһының теоретик базаһы яңыртыла: Л.Ғ.Сәйәхова етәкс. дидактикала культурологик йүнәлеш (Н.Ш.Ғәлләмова, Л.К.Мазунова, Ә.М.Ямалетдинова), урыҫ телен сит тел булараҡ уҡытыу методикаһы (Н.Ғ.Вилданова, Дьяченко, Сөләймәнова) эшләнә; милли мәктәптәр өсөн яңы типтағы дәреслектәр төҙөлә. Һүҙлектәр төҙөүҙең теорияһы һәм практикаһы киңәйә, тәрәнәйә: риторика (1998; Яковлева), өфө сленгы (2000; С.В.Вәхитов), цитаталарҙа һүҙлек‑белешмә (2002; Шәймиев), урыҫ теленең тематик һүҙлеге (2002; Сәйәхова, Д.М.Хәсәнова; В.В.Морковкин редакцияһында), системалы‑семантик (1‑се том, 2005; Васильев), 1990—2000 йй. киң мәғлүмәт саралары баҫмаларындағы кодификацияланмаған лексика (2006; Беглова), функциональ‑когнитив идеографик (2 бүлектә, 2007; Килдебәкова етәкс.), Башҡортостанда урыҫ һөйләштәре (1997—2005; 2008; Здобнова етәкс.) һ.б. һүҙлектәр.

У.т.ғ. б‑са тикшеренеү эштәре байтаҡ юғары уҡыу йорттарының лингвистик каф. алып барыла; материалдар “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Вестник Академии наук Республики Башкортостан”, “Вестник Башкирского государственного педагогического университета им. М.Акмуллы”, “Вестник Башкирского университета”, “Вестник ВЭГУ”, “Вестник УГАТУ” ж. махсус бүлектәрендә һ.б. баҫыла. БДПУ‑ла 2002 й. алып урыҫ телмәре мәҙәниәте проблемаларын өйрәнгән “Урыҫ теле хеҙмәте” (етәксеһе Яковлева) лаб. эшләй.

Р.М.Ғайсина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019