Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРЫҪ ФОЛЬКЛОРЫ

Просмотров: 524

УРЫҪ ФОЛЬКЛОРЫ. Башҡортостан Республикаһы урыҫтары фольклорына тотош Рәсәй традицион урыҫ халыҡ ижады үҙенсәлектәре хас. Урыҫ халҡынан йыйылған материалдарҙың бер өлөшөн ысынбарлыҡты төрлө яҡтан һәм тәрән сағылдырған әкиәттәр тәшкил итә (тылсымлы, көнкүреш һ.б.). У.ф. Башҡортостандың төрлө геогр. объекттары (тау, йылға, күлдәр һ.б.) һәм тарихи ваҡиғалары [башлыса Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75)] т‑дағы риүәйәттәр, легендалар ҙур урын биләй. Хөрәфәти хикәйәләр – ғәҙәттән тыш күренештәр (тормошҡа ашҡан төштәр һәм билгеләр, йән кергән хазиналар һ.б.), төрлө заттар (шайтандар, шүрәлеләр, һыу эйәләре, өй эйәләре һ.б.), ш. уҡ сихырсылар, күрәҙәселәр, убырлы ҡарсыҡтар т‑да демонологик йәки мифологик хикәйәләр киң таралған. Мәҙәниәт үҙәктәренән алыҫ булыу, быуат ярым буйына бер урындағы көндәлек хеҙмәт, сит телле мөхиттә үҙ‑ара тығыҙ аралашыу һәм Рәсәйҙең үҙәк губерналарынан күсенеп килгәндәрҙең ниндәйҙер кимәлдә айырымланып йәшәүе завод халыҡының ауыҙ‑тел ижадының элекке төрҙәре һәм формалары, айырыуса йыр поэзияһы, һаҡланыуына булышлыҡ итә. Республикала татар‑монголдарҙың баҫып алыуы дәүеренән башлап ил тарихындағы һынылышлы осорҙар сағылған тарихи йырҙарҙың бөтә төрҙәре яҙып алынған. Шулай уҡ ғаилә‑көнкүреш тематикалы оҙон, лирик һәм сатирик, рекрут һәм һалдат, бейеү һәм әйлән‑бәйлән йырҙары һаҡланған. Ғаилә һәм ваҡыт‑миҙгел йола поэзияһына ололау, ырымлау һәм ҡотлау йырҙары (колядка, овсень, таусень, виноградья, веснянкалар) инә. Башҡортостанда У.ф. йыйыу һәм фәнни өйрәнеү 1930 йй. алып барыла, Башҡ‑н тел һәм әҙәбиәт ҒТИ‑ның 1938 й. экспедицияһы (етәксеһе Н.П.Колпакова) тарафынан Белорет, Баймаҡ, Хәйбулла р‑ндары урыҫтарының проза һәм йыр фольклоры өйрәнелә. 1948—49 йй. Башҡ‑н тел һәм әҙәбиәт ҒТИ, МДУ (етәксеһе Э.В.Померанцева) экспедициялары тарафынан Ҡариҙел, Благовещен, Салауат, Ҡыйғы, Дыуан р‑ндарынан, Покровка районынан У.ф. өлгөләре йыйп алына. Материалдары “Башҡортостанда урыҫ халыҡ ауыҙ‑тел ижады” (“Русское устное народное творчество в Башкирии”; 1957) китабында баҫыла. 1960—90 йй. респ. У.ф. өйрәнеү м‑н БДУ (етәкселәре Л.Г.Бараг, Б.Ғ.Әхмәтшин, Л.И.Брянцева), СДПА (етәксеһе И.Е.Карпухин) уҡытыусылары һәм студенттары шөғөлләнә. Башҡортостан халыҡтары фольклорының үҙ‑ара йоғонтоһон тикшереүгә, әкиәттәрҙе һәм әкиәт булмаған прозаны өйрәнеүгә — Бараг, риүәйәт һәм легендаларҙы – Әхмәтшин, урыҫ йыр традицияларын – Брянцева, У.ф. башҡа халыҡтар фольклоры м‑н үҙ‑ара йоғонтоһон, уның икенсе этник мөхиттә йәшәүен өйрәнеүгә Әхмәтшин, Карпухиндың хеҙмәттәре арналған. О.И.Широкова, Г.З.Имаева — урыҫ әкиәттәрен, И.В.Сабитова балалар фольклорын өйрәнә. Материалдар “Фольклор народов России” серияһында, ваҡытлы матбуғатта һәм фәнни баҫмаларҙа нәшер ителә. “1960—1966 йй. Башҡортостанда урыҫ телендә яҙып алынған халыҡ әкиәттәре, легендалар һәм булған хәлдәр” (“Народные сказки, легенды и были, записанные в Башкирии на русском языке в 1960—1966 гг.”; 1969), “Башҡортостандың урыҫ телендәге әкиәттәре, легендалары һәм риүәйәттәре яңы яҙмала” (“Сказки, легенды и предания Башкирии в новых записях на русском языке”; 1975), “Башҡортостандың Архангел районындағы урыҫ йыр традициялары” (“Русская песенная традиция Архангельского района Башкортостана”; 2006) һ.б. фәнни йыйынтыҡтар баҫтырыла.

Б.Ғ.Әхмәтшин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019