Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УСМАНОВА Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы

Просмотров: 558

УСМАНОВА Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы (1.5.1950, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Ҡарамалы а., хәҙ. БР‑ҙың ш.уҡ р‑ны Ишмөхәмәт а.), тел белгесе, педагог-методист. Филол. ф. д‑ры (2003). БР‑ҙың атҡ. мәғариф хеҙм‑ре (2017), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2000), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2010). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) ТТӘИ‑лә эшләй, 1991 й. алып БДУ‑ла, 2008 й. — БДПУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡ. теленең диалектологияһына, функциональ грамматикаһына, ономастикаһына, урыҫ телле һәм милли мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу методикаһына арналған. 320‑гә яҡын фәнни һәм уҡытыу‑методик эштәр, ш. уҡ мәктәп һүҙлектәре һәм электрон дәреслектәр авторы; уҡыу һүҙлектәрен төҙөүсе.

Х е ҙ м.: Имя отчей земли: историко‑лингвистическое исследование топонимии бассейна реки Сакмар. Уфа, 1994; Функционально‑семантическая классификация глаголов башкирского языка. Уфа, 2002; Башҡортса-русса синонимдар һүҙлеге – Башкирско-русский словарь синонимов. Уфа, 2011.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019