Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УСПЕНСКИЙ Глеб Иванович

Просмотров: 378

УСПЕНСКИЙ Глеб Иванович (25.10. 1843, Тула ҡ. — 6.4.1902, С.‑Петербург), яҙыусы. “Растеряев урамы йолалары” (“Нравы Растеряевой улицы”; 1866), “Ауыл көндәлегенән” (“Из деревенского дневника”; 1877—80) очерк китаптары, “Бөлгөнлөккә төшөү” (“Разоренье”; 1869—71) повестар йыйынтығы һ.б. авторы. 1889 й. Ырымбур губернаһына һәм Өфө губернаһына килә. “Ырымбурҙан Өфөгә тиклем” (“От Оренбурга до Уфы”; 1889) китабында сәйәхәттән алған тәьҫораттары сағылдырыла, унда автор эшҡыуарҙарҙың башбаштаҡлығы арҡаһында хәйерселеккә төшкән ерле халыҡтың һәм күсеп килгән крәҫтиәндәрҙең трагик хәлен һүрәтләй; Башҡортостандың матурлығын һәм тәбиғәтенең байлығын халҡының ҡот осҡос хәйерселегенә ҡаршы ҡуя.

Ә ҫ ә р ҙ.: Избранные сочинения. М., 1990.

Әҙәб.: Башкирия в русской литературе. Т.2. Уфа, 1964; Р а х и м к у л о в М.Г. Любовь моя — Башкирия. Уфа, 1985. 

 

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019