Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УХСАЙ Яков Гаврилович

Просмотров: 675

УХСАЙ Яков Гаврилович [26.11. 1911, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ыҫлаҡбаш а. (БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны) — 7.7.1986, Чебоксар, тыуған ауылында ерләнгән], шағир. Сыуаш АССР‑ының халыҡ шағиры (1950). Сыуаш АССР‑ының атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1945). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1938). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимиря- зев ис. Башҡ. пед. ин‑тында (1928— 30), МДУ‑ла (1930—33) уҡый. 1930 йй. “Коммунар” гәз. (Мәскәү), 1933 й. алып Бишбүләк һәм Приют МТС‑тары гәз., 1935—36 йй. Башҡ‑н тел һәм әҙәбиәт ҒТИ‑нда эшләй. 1940 й. башлап Чебоксарҙа йәшәй. У. ижадына эскерһеҙ интонацияның ҡырыҫ гражданлыҡ пафосы м‑н бергә килеүе, фольклор традицияларын ҡулланыу хас. “Шиғырҙар” (1934; сыуаш телендә), “Шатлыҡ китабы” (“Книга радости”; 1936), “Утлы тел” (“Огненный язык”; 1940), “Ватан” (“Родина”; 1959) һ.б. шиғыр йыйынтыҡтары авторы. Балалар әҙәбиәте [“Иван Запечный”, 1937; “Көснәсе һәм айыу” (“Гусляр и медведь”), 1954 һ.б. шиғри әкиәттәр], әҙәби тәнҡит өлкәһендә эшләй. Байтаҡ шиғырҙарында Башҡортостанға бәйле тәьҫораттары (“Тыуған ерем! Бәхетлемен, ғорурланам һинең менән...”, “Мин урмандың тыныс ҡыштырлауын беләм...”, “Көҙгө табын йыры”, “Өфө баҙары” һ.б.), М.Ғафури, С.Ҡудаш м‑н дуҫтарса мөнәсәбәттәре (“Мине татар тип иҫәпләйҙәр”, “Болоттар”) т‑да яҙа. “Гусли тауы түбәһендә” 1963), “Чапаев менән осрашыу” 1967), “Сильбий туғайы өҫтөндә йәйғор” 1969) поэмалары Башҡортостандағы революцияға (1917), туған тәбиғәттең матурлығына арналған. “Тудимер” (1941; бөтәһе лә – сыуаш телендә) шиғри трагедияһында сыуаш батыры, Салауат Юлаевтың көрәштәше образын тыуҙырған. Шиғырҙарын башҡ. теленә Ғ.Дәүләди, Х.Назар, Ғ.Әмири һ.б. тәржемә иткән. Сыуаш АССР‑ы ЮС‑ының 5‑се саҡырылыш депутаты. РСФСР‑ҙың М.Горький ис. Дәүләт (1972), Сыуаш АССР‑ының К.Иванов ис. Дәүләт (1971) пр. лауреаты. Ленин (1981), Окт. Революцияһы (1971), 1‑се һәм 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1961), “Почёт Билдәһе” (1950) орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында бюст ҡуйылған, 2000—02 йй. шағирҙың музей комплексы эшләй. Чебоксарҙа Мәҙәниәт һарайы уның исемен йөрөтә, У. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Сыуаш ере: шиғырҙар. Өфө, 1969; Избранное. М., 1973.

Әҙәб.: Н ә ж м и Н. Шағирҙың салауат күпере // Кем уйлаған. Өфө, 1983; Б а с с а р г и н Б. Яков Ухсай: критико-биогр. очерк. Чебоксары, 1965; Я.Г.Ухсай в воспоминаниях современников. Чебоксары, 2005.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019