Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮТӘБАЙ Әхмәр

Просмотров: 435

ҮТӘБАЙ Әхмәр (ысын исеме Үтәбаев Әхмәр Ғүмәр улы; 29.1.1960, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Буранбай а.), яҙыусы, журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2014). Яҙыусылар союзы (1992), Журналистар союзы (2006) ағзаһы. БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) төрлө киң мәғлүмәт сараларында эшләй, 1994—96 йй. һәм 1999—2002 йй. БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары. 2003 й. алып “Киске Өфө” гәз. бүлек мөдире, 2004 й. башлап (өҙөклөк м‑н) баш мөхәррир урынбаҫары, 2014 й. — “Ағиҙел” ж. баш мөхәррир урынбаҫары. “Һағыныу” (1992), “Сәхрә” (2007) китаптарына ингән әҫәрҙәрендә туған тел яҙмышы т‑да борсолоу, милли үҙаңдың уяныуына саҡырыу яңғырай. Ғ.Ғ. Шафиҡовтың пьесаларын башҡ. теленә тәржемә итә. “Ҡурай” т/ф (“Курай”, 1991; Магнитогорск телестудияһы) сценарийы, “Боронғо башҡорт” (2007) публицистика, “Үрелеп алған алма” (2011) проза китаптары, башҡ. халҡының этнографияһы, әҙәп, әхлаҡ проблемаларына арналған мәҡәләләр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2007).

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019