Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮТӘШЕВ Фәрит Зәйнулла улы

Просмотров: 413

ҮТӘШЕВ Фәрит Зәйнулла улы (15.11. 1947, Калининград өлк. Советск ҡ.), инженер‑механик. БР ФА‑ның мөхбир ағҙаһы (2012), техник ф. д-ры (1992). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1997). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1972), 1974 й. алып шунда уҡ эшләй: 1982 й.башлап “Тантал” махсус конструкторлыҡ-технология бюроһының ҙур габаритлы деталдәр эшләү технологияһы бүлеге мөдире, 1987 й. — баш инженер. 1989 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында: 1990 й. — ҡыҙҙырыуға сыҙамлы иретмәләрҙе йәйеү технологияһы бүлеге мөдире, 2006 й. башлап баш ғилми хеҙм-р, 2014 й. — сектор мөдире. Фәнни хеҙмәттәре металл материалдарҙа ультраваҡ бөртөклө һәм нанокристаллик структураны формалаштырыуға, ҡыҙҙырыуға сыҙамлы иретмәләрҙе баҫым ярҙамында эшкәртеүгә арналған. Ү. тарафынан металдарҙы һәм иретмәләрҙе үтә һығылмалы итеп локаль деформациялау технологияһы, ҡыҙҙырыуға сыҙамлы никель иретмәләренән һәм титан иретмәләренән үтә һығылмалы ярымфабрикаттар алыу, прокатлау ысулдары м-н ҙур габаритлы деталдәрҙе әҙерләү алымдары, йәйеү станының яңы тибы, күсәргә ҡарата симметрик деталдәрҙе прокатлау өсөн автоматлаштырылған линия һ.б. уйлап сығарылған. 150-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 55 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Сверхпластичность, измельчение структуры и обработка труднодеформируемых сплавов. М., 2002 (авторҙ.).

В.В.Астанин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019