Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘТҠУЛЛИН Ғөбәй Сәлим улы

Просмотров: 390

ФӘТҠУЛЛИН Ғөбәй Сәлим улы [5.8.1914, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Ҡунаҡбай а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 19.8.2012, Учалы ҡ., тыуған яғында ерләнгән], хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1957). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан пед. ин‑тын (1938), 1‑се Мәскәү Ҡыҙыл байраҡлы хәрби авиация техник уч‑щеһын (1942) тамамлаған. 1937—39 йй. “За большевистский колхоз” (“Большевиктар колхозы өсөн”) гәз. мөхәррир урынбаҫары (ТАССР‑ҙың Питрәч а.). 1946 й. алып Учалы р‑нында эшләй: “Зауралец” (“Урал аръяғында йәшәүсе”) гәз. (ҡара: “Учалинская газета”) яуаплы мөхәррир, 1948 й. башлап КПСС‑тың район ком‑тында, 1950 й. — “Совет” к‑зы рәйесе, 1975 й. — “Өргөн күле” ял йорто дир., 1979—83 йй. Бөтә Рәсәй ирекле янғын һүндереү йәмғиәтенең Башҡ‑н советында уҡыу-уҡытыу эштәре б‑са өлкән инструктор. Ф. етәкс. 2000 га яҡын сиҙәм һәм ҡалдау ер үҙләштерелгән. Ленин (1957), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Б а т а л и н В. Живущий силой земли // Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

Н.А.Яппарова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019