Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘТТӘХЕТДИНОВ Спартак Ғабдрахман улы

Просмотров: 338

ФӘТТӘХЕТДИНОВ Спартак Ғабдрахман улы (6.10.1932, Мейәс ҡ. — 13.12.1994, Өфө), геолог. Геол.‑минералогия ф. канд. (1973). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1981). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1954) Геология ин‑тында (өҙөклөктәр м‑н) эшләй: 1961 й. башлап һәм 1969 й. — ғилми секретарь, 1966—68 йй. дир. вазифаһын башҡарыусы, 1991 й. алып палеовулканология һәм металлогения лаб. төп ғилми хеҙм‑ре. 1971 й. башлап СССР ФА УрБ БФҮ Президиумында: ғилми секретарь, 1989 й. алып баш ғилми секретарь. Фәнни эшмәкәрлеге Көнсығыш Европа платформаһының көньяҡ‑көнсығыш сите, Урал алды бөгөлө, Көньяҡ Уралдың алғы йыйырсыҡтары тектоникаһын һәм геол. үҫеше тарихын тикшереүгә; геоканцерологияға арналған. Ф. тарафынан Ҡариҙел һәм Ағиҙел йй. басс. нефтле һәм газлы районының геол. төҙөлөшө үҙенсәлектәре, Асы минераль һыу сығанаҡтары районының гидрогеологик һәм геохимик характеристикалары, Янғантауҙа термаль күренештәрҙең сәбәптәре өйрәнелгән. Ул БР‑ҙың онкогеологик карталарын төҙөгән, юғары хәүефтең геол. формацияларын асыҡлаған. 40‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Ассы — лечебная местность Республики Башкортостан. Уфа, 1999 (авторҙ.).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019