ФӘХРИСЛАМОВ Мөхәмәтнур Хәбибрахман улы
370
ФӘХРИСЛАМОВ Мөхәмәтнур Хәбибрахман улы [6.8.1921, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Арыҫлан а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 31.1. 1952, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Булгаков а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1951). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1944 й. алып Өфө р‑нының А.Д.Цюрупа ис. с‑зында баҫыусылыҡ бригадаһы бригадиры, 1951 й. — Беренсе бүлексә идарасыһы. Ф. бригадаһы үҫемлекселектә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: иген культураларының уңдырышлылығы 22,8 ц/га тәшкил иткән (1951). Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1951).
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: