Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРАДИЦИОН ИНТЕРЬЕР

Просмотров: 777

ТРАДИЦИОН ИНТЕРЬЕР, архитектура стиленең этник үҙенсәлеген һәм төбәк айырымлыҡтарын сағылдырған, торлаҡтың эске торошон һәм биҙәлешен тәьмин иткән, борондан һаҡланып килгән архитектура алымы. Башҡорттарҙа Т.и. төрки телле (ҡара: Күсмә тормош) халыҡтарҙың йәйләү тормошона бәйле традицияларында барлыҡҡа килгән, шул уҡ ваҡытта Көнсығыш Европаның игенселек м‑н шөғөлләнгән халыҡтарына (ҡара: Ултыраҡ тормош) хас элементтарҙан тора. Элек башҡорт тирмәләрендә урын ишеккә һәм тирмәнең уртаһына ҡарап бүленгән, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар яғы айырылған. Төптә, усаҡ артында (асыҡ усаҡты тирмә көмбәҙе аҫтына эшләгәндәр) түрбаш булған: унда ҡунаҡ йыйғандар, табын ҡорғандар. Ишектән һулда, ирҙәр яғында (оло яҡ) һәм түрҙә стеналарға ирҙәрҙең байрам кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме), ҡорал, семәрле эйәр, ҡамыт-дуға (ҡара: Ат егеү кәрәк-ярағы) эленгән. Махсус ағас аҫлыҡҡа (һандыҡ аяғы, урын аяғы) семәрле биҙәк төшкән һандыҡтар ҡуйып, уларға биҙәкле таҫма (түшәк тартмаһы, урын тартмаһы) м‑н бәйләнгән урын һалғандар. Ҡатын-ҡыҙ яғында (ҡатындар яғы) хужалыҡта кәрәк булған традицион йыһаз м‑н һауыт-һаба урынлашҡан, шунда уҡ аҙыҡ-түлек һаҡланған. Башҡортостандың көньяғында, ғәҙәттә, тирмә ишеге төбөнә ҡымыҙ тултырылған ҙур күн һауыт (ҡара: Һаба) ҡуйылған. Ирҙәр (түр яҡ, төп яҡ) һәм ҡатындар (шаршау яҡ, шаршау эсе, ҡаҙанлыҡ) яғы ҙур шаршау м‑н бүленгән. Ултыраҡ тормошҡа күсеү м‑н, тирмә эсен урынлаштырыу үҙенсәлектәре даими йәшәгән торлаҡтарға күсерелгән. Шул уҡ ваҡытта йортта интерьерҙың яңы элементтары — стена буйында урындыҡ (һике), мейес (оло мейес, икмәк мейесе) йәки сыуалһәм ҡаҙанлы усаҡ — барлыҡҡа килгән. Урындыҡты башлыса ишеккә ҡаршы, һирәгерәк бер яҡ ситтән, өйҙөң тәҙрәһеҙ яғынан ҡуйып (ҡара: схема), септә, кейеҙ (ҡара: Кейеҙ баҫыу), биҙәкле йәки һырылған балаҫ түшәгәндәр. Усаҡҡа ҡыя урынлашҡан урындыҡ түр һике тип аталған, сәй эскән урынға, тәҙрә эргәһенә төҫлө ҡорамалы аппликация м‑н биҙәлгән һырылған түшәк — буй юрған (түр юрған) м‑н ике арҡыры юрған һалғандар. Урындыҡ эргәһендәге стеналарға ирҙәрҙең байрам кейеме, семәрле эйәр, ҡорал, ҡупшы баш кейеме, түш биҙәүестәре һәм сәс биҙәүестәре эленгән. Мөйөшкә йыш ҡына боронғо китаптар һаҡлау өсөн — кәштә, ишек башына Ҡөрьән аяттары яҙылған быяла рам беркеткәндәр. Мейес алдындағы һике ҡатын-ҡыҙ урыны (шаршау һике) һаналған. Өйҙөң килен йәшәгән урыны (килен яғы) сымылдыҡ (турпыша) м‑н бүленгән, шунда уҡ түбә таҡтаһындағы ырғаҡҡа йәки өрлөк һайғауына ағас йәки туҙ сәңгелдәк элгәндәр. Башҡорттарҙың традицион торлағында мейес, ғәҙәттә, ишектән уң яҡта (һирәгерәк һул яҡтан йәки төптәрәк) торған: мейес м‑н стена араһында утын өйөү өсөн ара ҡалдырғандар, ҡыш көндәре яңы тыуған быҙау, бәрәстәргә кәртәләп урын яһағандар. Мейес эргәһендә стена буйындағы шкафтарҙа — һауыт-һаба, стенаға арҡыры ҡағылған биҙәкле тар таҡтала (ҡалаҡ ҡыҫтырғыс) ҡалаҡтар торған. Хужалыҡ кәрәк-ярағы — самауыр, батмус, май яҙғыс, туҙҙан эшләнгән өй кәрәк-ярағы, ағастан эшләнгән өй кәрәк-ярағы, тиренән эшләнгән өй кәрәк-ярағыүҙенсәлекле булған. Ауыл ерендәге өйҙәрҙә мөйөштәр асыҡ күренеп тормаған: стена буйындағы урҙаға сағыу шаршауҙар (өрлөк шаршауы), стеналарға ҡайылған таҫтамалдар, балаҫтар элгәндәр, өрлөк м‑н мейес тирәләй бөрмәләп тегелгән тар шаршау (ҡашаға) ҡорғандар. Алты һәм биш мөйөшлө йорттарҙа ҡунаҡ өйө, ҡаҙанлыҡ айырылған. Келәм һәм балаҫ, төрлө шаршау, таҫтамал, ашъяулыҡ, ҡулъяулыҡтарҙың төрлөлөгөндә Т.и. этник үҙенсәлеге сағылған. Өй йыһаздары араһында айырыуса аппликация һәм сигеү м‑н биҙәлгән (ҡара: Нәфис кейеҙ сәнғәте), сигелгән туҡыма, ҡорама, аппликациялы буҫтау м‑н тышланған кейеҙ, ш. уҡ балаҫтар (тышлы кейеҙ) зиннәтле күренгән. Т.и. күп элементтары хәҙер биҙәү өсөн ҡулланылып, үҙенең практик әһәмиәтен юғалта бара.

С.Н.Шитова

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

 

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019