Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАШЛЫ ЗАВОДТАРЫ

Просмотров: 319

ТАШЛЫ ЗАВОДТАРЫ, Себер даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ташлы й. (Исәт й. ҡушылдығы) буйында ҡаҙна тарафынан Түб. һәм Үрге Ташлы суйын иретеү һәм тимер етештереү заводтары булараҡ нигеҙ һалына. Түб. Т.з. 1700 й., Үрге (ярҙамсы) завод 1703 й. Түбәнгеһенән 3 саҡрым алыҫлыҡта (Ташлы й. түбәнге ағымы) төҙөлә. 1701 й. Түб. Т.з., 1704 й. Үрге Т.з. эшләй башлай. Түб. Т.з. 2 домна мейесе, 4 горны, 19 б. 60‑сы йй. башында 2 домна һәм 4 иретеү мейесе, 2 вагранкаһы, горны, 3 пар машинаһы, 11 туп быраулау машинаһы була. 18 б. аҙағында Т.з. 13,7 мең дисәтинәнән ашыу ере, 1881 й. Түб. Т.з. яҡынса 166 мең дисәтинә ере, 5 эшләүсе руднигы (мәғдәндәге тимер миҡдары — 45—51%) теркәлгән. 1797 й. Түб. Т.з. 243 мастеровой һәм эшсе кеше, 15 меңдән ашыу заводҡа беркетелгән крәҫтиән (Пышма алтын йыуыу з‑ды крәҫтиәндәре м‑н бергә) иҫәпләнгән. 18 б. Түб. Т.з. суйын иретеү б‑са макс. етештереүсәнлек — 122,3 мең бот (1765), 19 б. 522,2 мең бот (1899) тәшкил иткән. 1908—18 йй. яҡынса 4 млн бот суйын иретелгән, макс. етештереүсәнлек — 497,2 мең бот (1912). Т.з. артиллерия орудиелары һәм уларға кәрәкле ҡорамалдар сығарылған (1702—05 йй. Түб. Т.з. 854 орудие, 4,3 мең бот йәҙрә, бомба һәм граната, 1786 й. 124 орудие һәм 40,8 мең бот бомба, 1788 й. 1 орудие һәм 163,8 мең бот бомба, 1811—12 йй. 1,4 меңдән ашыу орудие ҡойолған). 1899 й. Түб. Т.з. эргәһендә химия лаб. асыла. 20 б. башында завод терр‑яһы буйлап т. юл һалына, электр уты үткәрелә. Крәҫтиәндәр һуғышы (177375) барышында завод халҡының бер өлөшө баш күтәреүселәр ғәскәренә ҡушылған. Т.з. изделиелары Екатеринбург ҡ. үткән күргәҙмәлә алтын миҙалға лайыҡ була (1887) . Үрге Т.з. — 1723 й., Түбәнгеһе 1926 й. ябыла. Хәҙ. Түб. Т.з. ҡасабаһы урынында — Свердловск өлк. Каменск-Уральский ҡ., Үргелә Яңы Завод а. урынлашҡан.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019