Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УҪЫ УҠСЫЛАР БРИГАДАҺЫ

Просмотров: 668

УҪЫ УҠСЫЛАР БРИГАДАҺЫ 61‑се, 1918 й. июнендә Бөрө өйәҙендә Төньяҡ Урал-Себер фронты командующийы Р.И.Берзиндың бойороғо б‑са 1‑се Бөрө уҡсылар бригадаһы булараҡ ойошторола; 1919 й. мартынан 61‑се уҡсылар бригадаһы, 1922 й. апр. алып 61‑се Уҫы уҡсылар бригадаһы. Бригада составына 1‑се, 2‑се һәм 3‑сө Бөрө (1919 й. мартында ошоға ярашлы 181‑се, 182‑се һәм 183‑сө тип үҙгәртелә) уҡсылар полктары, Балтик буйы диңгеҙселәре отряды, Архангел отряды һәм артиллерия батареяһы, 1‑се Путилов артиллерия батареяһы ингән. Көнсығыш фронттың 5‑се Урал (1919 й. 21‑се тип үҙгәртелә, 1920 й. алып 21‑се Пермь) уҡсылар див., 3‑сө (1918 й. сент.—дек.), 2‑се (1918 й. дек. — 1919 й. июле) армиялары, Көньяҡ фронттың 9‑сы армияһы (1919 й. окт. — 1920 майы, ғин. тиклем дивизиянан башҡа), Көнбайыш фронттың 6‑сы (1920 й. май—июне), 3‑сө (1920 й. июль—дек.) армиялары составына инә. Граждандар һуғышы осоронда 1918 й. июне — 1919 й. авг. Оханск, Уҫы, Көңгөр, Екатеринбург һәм Силәбе ҡҡ., 1919 й. окт. — 1920 й. майында — Борисоглебск, Новохопёрск, Калач, Богучар, Новочеркасск, Екатеринодар һәм Новороссийск ҡҡ. өсөн алыштарҙа; 1920 й. йәйендә совет-поляк һуғышында Варшава һәм Лида ҡҡ. эргәһендәге алыштарҙа ҡатнаша. 1920 й. дек. башлап Невель ҡ., 1921 й. февр. — Омск ҡ., 1922 й. апр. Уҫы ҡ. урынлашҡан. 1922 й. июнендә таратыла. Бригада ком. П.И.Деткин (1918 й. — 1919 й. февр.) билдәле.

Әҙәб.: Ч и к у р о в Н.В. Комбриг П.Деткин. Пермь, 1971; Д у б л ё н н ы х В. 61‑я Осинская бригада 21‑й стрелковой дивизии //Вооружённые формирования Урала периода Гражданской войны: ист. зап. Екатеринбург, 2002.

В.В.Дублённых

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019