Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ҮҘӘК СОВЕТ ВЛАСЫ МЕНӘН БАШҠОРТ ХӨКҮМӘТЕ АРАҺЫНДА БАШҠОРТ СОВЕТ АВТОНОМИЯҺЫ ТУРАҺЫНДА КИЛЕШЕҮ”

Просмотров: 623

“ҮҘӘК СОВЕТ ВЛАСЫ МЕНӘН БАШҠОРТ ХӨКҮМӘТЕ АРАҺЫНДА БАШҠОРТ СОВЕТ АВТОНОМИЯҺЫ ТУРАҺЫНДА КИЛЕШЕҮ”, АСБР‑ҙың төҙөлөүе, дәүләт һәм адм. ҡоролошо т‑дағы документ. Уға 1919 й. 20 мартында ХКС рәйесе В.И.Ленин, Бөтә Рәсәй ҮБК рәйесе вазифаһын башҡарыусы М.Ф. Владимирский, милләттәр эштәре б‑са халыҡ комиссары И.В.Сталин, Бөтә Рәсәй ҮБК секретары А.С.Енукидзе һәм Башҡорт хөкүмәте рәйесе М.А.Ҡулаев, Башҡорт мәркәз шураһы ағзаһы М.Д.Халиҡов, Башҡорт ғәскәре командующийы адъютанты Ә.И.Бикбауов ҡул ҡуйған. 16 параграфтан тора. Документҡа ярашлы, АСБР Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә төҙөлә һәм РСФСР‑ҙың федератив берәмеген тәшкил итә. Власть органдары 1918 й. ҡабул ителгән РСФСР Конституцияһы нигеҙендә ойошторола, Советтар съезы саҡырылғанға тиклем респ. м‑н Башревком етәкселек итә. Документҡа ярашлы, Советтар съезына әҙерлекте 5 кешенән (Бөтә Рәсәй ҮБК‑нан һәм Башревкомдан 2‑шәр кеше, бер кеше — ике яҡтың килешеүе б‑са) торған комиссия башҡарған; сәйәси, хужалыҡ мәсьәләләре ике яҡтан һайланған (2‑шәр кеше) вәкилдәр тарафынан хәл ителгән. АСБР составына Быҙаулыҡ өйәҙенән 1, Верхнеурал өйәҙенән — 12, Екатеринбург өйәҙенән — 4, Златоуст өйәҙенән — 14, Красноуфимск өйәҙенән — 9, Орск өйәҙенән — 28, Өфө өйәҙенән — 6, Силәбе өйәҙенән — 9, Стәрлетамаҡ өйәҙенән — 29, Троицк өйәҙенән — 6, Шадринск өйәҙенән — 8, Ырымбур өйәҙенән 19 улус ингән; бөтә терр‑я улустарҙан торған 13 кантонға (Арғаяш кантоны, Бөрйән-Түңгәүер кантоны, Дыуан кантоны, Ете ырыу кантоны, Көҙәй кантоны, Ҡошсо кантоны, Ҡыпсаҡ кантоны, Табын кантоны, Тамъян-Ҡатай кантоны, Туҡ-Соран кантоны, Үҫәргән кантоны, Юрматы кантоны, Ялан кантоны) бүленгән. Документ б‑са Златоуст, Өфө, Троицк өйәҙҙәренең бер өлөшө үҙәге Златоуст ҡ. булған тау сәнәғәте районына (ул Башҡ. хөкүмәтенә буйһонмаған) ингән; Темәс а. ваҡытлыса баш ҡала тип иғлан ителгән; тәбиғи байлыҡтар, заводтар, тимер юлдар Совет власының үҙәк органдары ҡарамағында ҡалған, урындағы сәнәғәт продукцияһын бүлгән саҡта иң тәүҙә АСБР ихтыяждары ҡәнәғәтләндерелгән. РСФСР АСБР‑ға финанс ярҙамы күрһәтеүҙе үҙ өҫтөнә алған. Башҡ. ғәскәренә Ҡыҙыл Армияның айырым хәрби берекмәһе статусы бирелгән. АСБР‑ҙың Хәрби эштәр б‑са ХК хәрби округ хоҡуҡтары алған. Респ. тәртипте АСБР ҡораллы көстәре һаҡлаған. Башҡ. хөкүмәте, адм. учреждениелар һәм йәмәғәт ойошмалары ағзалары элекке эшмәкәрлеге өсөн репрессияға дусар ителмәгән.

М.М.Ҡолшәрипов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019