Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАБЫН, племя

Просмотров: 641

ТАБЫН, 1) башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә берләшмәһе. Бишул, бәҙрәк, ҡумрыҡ, ҡыуаҡан, табын, һырҙы ҡәбиләләрен үҙ эсенә алған. 12 б. аҙ. — 13 б. башында барлыҡҡа килгән. 17—19 бб. берләшмә көнбайышта — Сирмешән й. үҙәнен, Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) түбәнге ағымын; көньяҡта — Туҡ, Кесе Уран, Оло Ырғыҙ һәм Кәмәлек йй. (Волга й. басс.) үҙәнен; көнсығышта Әй, Урал, Йүрүҙән йй. үрге ағымын, Мейәс, Уй, Синара һәм Тинес йй. (Тубыл й. басс.) үҙәнен биләгән. 18 б. ҡәбиләләр традиция б‑са ғына берләшкән; үҙҙәренең аҫаба ерҙәре булған, властар алдында үҙ аллы сығыш яһағандар. Табындарҙың һаны 18 б. 1‑се ярт. 60 мең кешегә еткән. 2) Башҡ. ҡәбиләһе. Т. ырыу-ҡәбилә берләшмәһе составына ингән. Ырыу составы: барын, дыуан, йомран, кесе, күбәләк, кәлсер, ҡара‑Т., тиләү, һарт. Тамғалары: . Этник яҡтан Алтай м‑н Көньяҡ Себерҙең монгол һәм төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Табын” этнонимы ҡаҙаҡтарҙа билдәле. Т. формалашыуына 11—12 бб. ҡыпсаҡтар мөхитендә йәшәүе, 13 б. улар м‑н бергә Урал итәгенә күсеүе, Ыҡ, Дим йй. түбәнге ағымында, Асылыкүл эргәһендә төпләнеүе йоғонто яһаған. 14—16 бб. ҡәбиләнең бер өлөшө Башҡортостандың таулы-урманлы райондарына күскән һәм Ағиҙел й. түбәнге ағымындағы, Еҙем, һуңыраҡ Инйәр йй. үҙәндәрендәге терр‑яны биләгән, башҡа өлөшө көнсығышта һәм Урал аръяғында Әй, Йүрүҙән йй. үҙәндәренә, Мейәс, Өйәлкә, Уй (Тубыл й. басс.), Урал йй. үрге ағымына таралып ултырған. 15 б. аҙ. — 17 б. башында Т. бер өлөшө Ыҡ й. үҙәненә, икенсе өлөшө көньяҡҡа күсенгән һәм Туҡ, Оло Ырғыҙ, Кәмәлек йй. буйлап таралған. 18 б. уртаһында Урал аръяғында йәшәгән табындар Уй һәм Тубыл далаларына күскән. 16—18 бб. ҡәбилә ултырған ерҙәр төньяҡта — Пышма й., көньяҡта Туғыҙаҡ й. (Тубыл й. басс.) тиклем еткән. 18 б. табындар көҙәй, ҡаңлы, ҡатай, ҡыпсаҡ, мең, терһәк, түңгәүер, үҫәргән, юрматы, әйле ҡәбиләләре м‑н күрше йәшәгән. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Нуғай даруғаһының һәм Себер даруғаһының Табын улусын тәшкил иткән. П.И.Рычков мәғлүмәттәре б‑са, 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһында 859 йорт иҫәпләнгән. 18—19 бб. аҙ. ҡәбилә йәшәгән терр‑я Быҙаулыҡ өйәҙе, Верхнеурал өйәҙе, Екатеринбург өйәҙе, Өфө өйәҙе, Силәбе өйәҙе, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Троицк өйәҙе, Ырымбур өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 2‑се, 2‑се (артабан 3‑сө), 3‑сө (4‑се Загорный), 5‑се (6‑сы), 6‑сы (7‑се), 7‑се (8‑се), 7‑се (8‑се, 9‑сы), 9‑сы (10‑сы) башҡ. кантондарына (19 б. 40‑сы йй. башы) ингән. Хәҙ. ҡәбилә йәшәгән ерҙәр БР‑ҙың Архангел, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Учалы р‑ндарына, Ҡурған өлк. Сафакүл р‑нына, Һамар өлк. Оло Чернигов р‑нына, Һарытау өлк. Пугачёв р‑нына, Ырымбур өлк. Александровск, Красногвардейск, Яңы Һирге р‑ндарына, Силәбе өлк. Арғаяш һәм Красноармейск р‑ндарына ҡарай.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019