Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАБЫН ҠӘЛҒӘҺЕ

Просмотров: 749

ТАБЫН ҠӘЛҒӘҺЕ, Т а б ы н, 1736 й. 14 июлендә сауҙагәр И.Д. Утятниковтың тоҙ промыслаһы янында, Тоҙйылға й. Ағиҙелгә ҡойған урында, башҡорт ихтилалдары (173540) барышында башҡорттарҙан тартып алынған ерҙәрҙә И.К.Кириловтың күрһәтмәһе б‑са төҙөлгән. Башҡа мәғлүмәттәргә ярашлы, Т.ҡ. Нуғай даруғаһының Кесе Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1682—84 йй. башҡ. ихтилалы ваҡытында Тоҙ ҡайнатыу ҡаласығы (1684 й. нигеҙләнгән) урынында һалынған. 1708 й. башҡорт ихтилалы (170411) барышында ҡаласыҡ емерелгән. Т.ҡ. оборона һәм сауҙа бурыстарын атҡарған. Комиссар Утятников ҡарамағында, 1737 й. алып Өфө провинцияһы, 1744 й. — Ырымбур губернаһы составында, 1782 й. башлап Стәрлетамаҡ өйәҙенең ҡала яны булған. 1736 й. 400‑гә яҡын кеше йәшәгән. Гарнизон казакка яҙылған һөргөнсө, разночинец, мишәр, нуғай, татар, башҡорттарҙан, әсиргә алынған баш күтәреүселәрҙән торған. 1748 й. Табын казактары Ырымбур регуляр булмаған корпусы (ҡара: Ырымбур казак ғәскәре) составына индерелгән. 1737—38 йй. һәм 1739—40 йй. башҡ. ихтилалдары ваҡытында ҡәлғәлә хөкүмәт ғәскәрҙәре урынлашҡан. Крәҫтиәндәр һуғышы (177375) осоронда ҡәлғә баш күтәреүселәр һөжүменә дусар булған. 19 б. 1‑се ярт. хәрби әһәмиәтен юғалтҡан, 2‑се ярт. Стәрлетамаҡ өйәҙенең Табын а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) булараҡ иҫәпкә алынған.

Әҙәб.: Б у к а н о в а Р.Г. Табынская крепость //Актуальные проблемы истории и этнографии Башкортостана: прошлое и современность. Уфа, 1993.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Илл.: Тоҙ ҡайнатыу ҡаласығы (17 б. аҙ.). Рәссамы Р.М.Рамаҙанов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019