Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАҒАНОВ Ғәлимйән Ғирфан улы

Просмотров: 736

ТАҒАНОВ Ғәлимйән Ғирфан улы, Т а ғ а н Ғ. [1.1.1892, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Тәңреғол а. (Ҡурған өлк. Әлмән р‑ны) — 29.6.1948, Гамбург ҡ., Германия], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, этнограф, музей белгесе. Иҡт. ф. д‑ры (1929). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Тифлис прапорщиктар әҙерләү мәктәбен (1914), а.х. акад. (1927, Дебрецен ҡ., Венгрия) тамамлаған. 1914—17 йй. рус армияһында, прапорщик; 1918—19 йй. Башҡорт ғәскәрендә, поручик; 1919—20 йй. Рус армияһында, поручик; 1920 й. ғин.—нояб. Рәсәйҙең Көнсығыш сиктәре Ҡораллы көстәрендә, подполковник. Башҡ. ғәскәрен ойоштороусыларҙың береһе. 1918 й. июненән Силәбе ҡ. Халыҡ власы ком‑ты эргәһендәге Башҡорт хөкүмәте вәкиле, Башҡорт хәрби шураһы ағзаһы. Июлдән 5‑се Башҡ. пехота полкы ком. вазифаһын башҡарыусы, Ялан кантоны башҡармаһы рәйесе. Сент. алып 3‑сө Башҡ. пехота полкы командиры. Окт. башлап Халыҡ армияһы, һуңынан А.В.Колчактың Рус армияһы составында Бишенсе армия частарына ҡаршы алыштарҙа ҡатнашҡан. 1919 й. йәйендә Көньяҡ армияла, 1920 й. июненән Рәсәйҙең Көнсығыш сиктәренең Башҡорт хәрби-милли идаралығында (Чита ҡ.) штаб нач. булып хеҙмәт иткән. Нояб. М.‑Ғ.Ғ.Ҡорбанғәлиев м‑н Маньчжурияға (Ҡытай), һуңынан Японияға, 1922 й. Венгрияға сығып киткән. 1927 й. алып Венгрия Милли музейының (Будапешт) этнография бүлегендә, 1945 й. — Гамбург ун‑тында (Германия) төрки телдәр б‑са лектор булып эшләгән.

Х е ҙ м.: Этнографические заметки о башкирах и других тюркских народах. Уфа, 2005; Служение: сб. тр. башк. учёных-эмигрантов. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Әҙәб.: Я р м у л л и н А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009; Ф а р х ш а т о в М.Н. Галимджан Таган в эмиграции: биогр. очерк. Уфа, 2003.

М.Н.Фәрхшатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019