Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАҺИРОВ Нуриәғзәм Таһир улы

Просмотров: 956

ТАҺИРОВ Нуриәғзәм Таһир улы [9.1.1888, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Ләүеш (Ҡужа) а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) — ?], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. “Ғәлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған (1911). 1918—19 йй. Башҡорт ғәскәрендә, див. муллаһы; 1919—20 йй. Ҡыҙыл Армияла, див. комиссары. Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарында ҡатнашыусы. 1917 й. авг. алып Башҡорт мәркәз шураһы ағзаһы, Башҡ. мәркәз шураһының Силәбе өлкә секретариаты етәксеһе, дек. башлап Кесе ҡоролтай ағзаһы, “Тулҡын” бөтә башҡ. йәштәре союзын ойоштороусыларҙың береһе. 1918 й. июленән Башҡорт хәрби шураһы ағзаһы, Арғаяш кантоны башҡармаһы рәйесе, окт. алып Башҡорт айырым корпусының 2‑се Башҡ. уҡсылар полкы, бер үк ваҡытта 1‑се Башҡ. уҡсылар див. муллаһы. 1919 й. февр. башлап Башҡортостан хәрби-революцион комитетына ағзалыҡҡа кандидат, июлдән Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы комиссары. 1920 й. мартынан Арғаяш кантонының революцион ком‑ты рәйесе. 1920 й. июнендә Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның һәм РСФСР ХКС‑ының “Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында”ғы декреты сыҡҡандан һуң, протест йөҙөнән Башревкомдың башҡа ағзалары м‑н бергә вазифаһын ҡалдырып, Урта Азияға сығып киткән. Бохара халыҡ совет респ. Кермине округында халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире булып эшләгән. 1921 й. алып АСБР‑ҙың Халыҡ мәғарифы ХК коллегияһы ағзаһы, 1922 й. — Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте рәйесе, 1924 й. — БАССР‑ҙың Баш судында юридик ярҙам коллегияһы ағзаһы. Башҡорт теле б‑са хеҙмәттәр, “Башҡорт лөғәте” (1‑се киҫәк. Өфө, 1926) китабы, Ғ.Ғ.Ҡорбанғәлиев т‑да “Аҡһаҡ ишан” пьесаһы авторы. Башҡ. теленең беренсе грамматикаһы авторҙашы. 1929 й. ҡулға алынған, 1938 й. ваҡытынан алда иреккә сығарылған, Урта Азияға сығып киткән. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Х е ҙ м.: Башҡорт халҡының байлығын белеү, тарих, географияһына кәрәкле уҙыҡтарын йыйнау, ҡомартҡыларын сүпләп табыу һәм туплау өсөн ҡулланма. Стәрлетамаҡ, 1922; Башҡорт әлифбаһы. Өфө, 1924; Башҡортса эш йөрөтөү өсөн ҡулланма һәм үрнәктәр. Өфө, 1924 (авторҙ.).

Әҙәб.: Т а г и р о в Т. Суровая проза жизни. Уфа, 2004.

И.С.Иғдәүләтов, А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019