ТАЙЫШ ЗАВОДЫ
ТАЙЫШ ЗАВОДЫ, 1741 й. Ҡазан даруғаһының Бүләр улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Тайыш й. (Вятка й. басс.) буйында С.Е.Иноземцев тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Иноземцев, 1751 й. алып И.С. һәм П.Е. Иноземцевтар, 1796 й. — И.И.Иноземцев, 1800 й. — С.И.Иноземцев һәм А.Үтәмешев, 1826 й. — И.М.Ярцов, 1843 й. — ҡаҙна, 1851 й. Е.И.Николаева һәм О.И.Берг. 1743 й. эшләй башлай. 5 баҡыр иретеү мейесе, 2 гармахер горны, 12 руднигы була. 1772 й. заводта 546 заводҡа беркетелгән крәҫтиән, 139 ялланма эшсе иҫәпләнгән. 1783—95 йй. 26,3 мең бот баҡыр иретелгән, уртаса етештереүсәнлек йылына 2,02 мең бот тәшкил иткән. 1750 й. 0,7 мең бот, 1787 й. — 3,5, 1840 й. 2,2 мең бот баҡыр етештерелгән. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773— 75) барышында завод баш күтәреүселәр тарафынан баҫып алына, уларға 70‑кә яҡын завод крәҫтиәне ҡушыла. 1797 й. завод эшләмәй. 1851 й. яна. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында ТР‑ҙың Күкмара ҡасабаһы урынлашҡан.
Н.М.Ҡолбахтин
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев