ТАҠШАН ДӘРБИШЕВ
173
ТАҠШАН ДӘРБИШЕВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Исәт провинцияһының Һалйот улусы башҡорто. Мәғдән сығарыу һәм уны Рәүҙе заводына ташыу м‑н шөғөлләнгән. Исәт провинцияһында һәм Екатеринбург ведомствоһының Ташлы заводтары тирәһендә һуғышҡан. 1799 й. 4‑се башҡ. кантоны башлығы. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
С.У.Таймаҫов
Тәрж. М.Х.Хужин
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: