Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАМЪЯН-ҠАТАЙ КАНТОНЫ

Просмотров: 516

ТАМЪЯН-ҠАТАЙ КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында АСБР составында барлыҡҡа килә. Кантонға Верхнеурал һәм Троицк өйәҙҙәренең 17 улусы инә. 1917 й. ойошторолған авт. Башҡортостандың Т.‑Ҡ.к. сиктәре нигеҙ итеп алына. Төньяҡта — Златоуст өйәҙе, көнсығышта — Верхнеурал һәм Троицк өйәҙҙәре, көньяҡта — Бөрйән-Түңгәүер кантоны, көнбайышта — Табын кантоны һәм Юрматы кантоны, төньяҡ-көнбайышта Көҙәй кантоны м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Белорет Заводы а. (хәҙ. Белорет ҡ.). Майҙаны — 20212 км2. Халҡы: 1920 й. — 147255 кеше, 1926 й. — 119419 (башҡорттар — 35854, мишәрҙәр — 1986, татарҙар — 4676, типтәрҙәр — 5831, урыҫтар — 70417 һ.б.). Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1924 й. 15 дек. декреты б‑са Т.‑Ҡ.к. биләмәләрендә — 8 улус, 1926 й. 14 июнендәге декретына ярашлы 8 улус һәм Ломовка айырым ауыл советы ойошторола. Башлыса а.х. һәм тау сәнәғәте үҫешкән була. 1927 й. һөрөнтө ер майҙаны 27,4 мең га тәшкил итә, ш. иҫ. һоло сәсеүлектәре — 10,3 мең, бойҙай — 9,8 мең, арыш — 4,7 мең, картуф — 1,7 мең га; һыйыр малы — 83645 баш, йылҡы — 39843, һарыҡ — 80194, кәзә — 16477, сусҡа 1126 баш иҫәпләнә. Белорет металлургия з‑ды (ҡара: Белорет металлургия комбинаты), Егәҙе заводы, Инйәр заводы, Тирлән заводы, Белорет ҡаҙау, тимер сым һәм кирбес, Петровка быяла з‑дтары, 4 күн заводы, урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте пр-тиелары, тимер мәғдәне һәм хром рудниктары эшләгән. 17 баҙар булған (1923). 1926 й. 1‑се баҫҡыслы 81 мәктәп (шуның 53‑өндә — башҡ., 28‑ендә урыҫ телендә уҡытылған), 2‑се баҫҡыслы 7 мәктәп (3‑өһөндә башҡ. телендә уҡытылған), 3 китапхана, 6 уҡыу өйө, 1925 й. 6 дауахана һәм 4 амбулатория теркәлгән. Кантон 1930 й. 20 авг. бөтөрөлә, уның биләмәләре Белорет (Ҡағы, Ҡатай, Тирлән, Уҫманғәли улустары, Тамъян-Түңгәүер улусының бер өлөшө, Ломовка а/с), Учалы (Туңғатар, Учалы улустары, Күбәләк-Тиләү улусының бер өлөшө), Әбйәлил (Күбәләк-Тиләү һәм Тамъян-Ҡатай улустарының бер өлөшө) административ райондары составына инә.

Ф.Ғ.Нуғаева

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Карта: Тамъян-Ҡатай кантоны (1920)

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019