Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАНАЛЫҠ-БАЙМАҠ ЗАВОДЫ

Просмотров: 413

ТАНАЛЫҠ-БАЙМАҠ ЗАВОДЫ, 1912 й. Орск өйәҙенең 1—3‑сө Бөрйән улустары башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Таналыҡ й. буйында Көньяҡ Урал тау сәнәғәте АЙ тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. 1918 й. национализациялана. Таналыҡ-Баймаҡ тау округына ингән. 1913 й. эшләй башлай. Ватер-жакет мейесе, конверторы, Таналыҡ-Баймаҡ алтын приискаларынан сығарылған мәғдәнде эшкәртер өсөн 2 алтын сығарыу ҡулайламаһы булған. Заводҡа 4 рудник ҡараған. Алтын һәм көмөш миҡдары күп булған баҡырҙы таҙартыр өсөн Түб. Ҡыштым з‑дына (ҡара: Ҡыштым заводтары) оҙатҡандар. 1914 й. Т.‑Б.з. 714 эшсе иҫәпләнгән. 1914—17 йй. 2,1 мең т баҡыр иретелгән, 88,6 бот алтын һәм 677,6 бот көмөш алынған. Граждандар һуғышы йылдарында эшләмәй, 1924 й. Ш.Хоҙайбирҙин ис. Баймаҡ баҡыр иретеү з‑ды булып эшмәкәрлеген яңынан башлай. 1925 й. заводта 1,2 мең т баҡыр иретелгән, 18 бот алтын, 155 бот көмөш алынған. 1‑се һәм 2‑се биш йыллыҡтар ваҡытында (ҡара: Биш йыллыҡ пландар) яңыртыла. 1930 йй. уртаһында 2 ватержакет һәм 1 иретеү мейесе, 3 конверторы, 2 вагранкаһы булған; яңы рудниктар асылған. Эшләү дәүерендә заводта 81 мең т ашыу баҡыр иретелгән; макс. етештереүсәнлек 4,75 мең т баҡыр, 195,3 кг алтын, 25,485 мең кг көмөш тәшкил иткән (1936). Баҡыр етештереүҙе арттырыу һәм Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығынан мәғдән ташыу мәсьәләһен хәл итер өсөн Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Т.‑Б.з. аҡсаһына һәм уның ҡайһы бер ҡорамалдарын ҡулланыу ярҙамында Сибай баҡыр иретеү з‑ды (1944 й. эшләй башлай) төҙөлә. 1957 й. ябыла, уның нигеҙендә Баймаҡ машиналар эшләү з‑ды асыла.

Әҙәб.: У м е т б а е в Р.Г. Баймакский медьзавод на перекрёстках истории. Уфа, 1995.

Р.И.Үтәғолов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019