Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮҢГӘҮЕР

Просмотров: 437

ТҮҢГӘҮЕР, башҡорт ҡәбиләһе. Тамғаһы – . Этник яҡтан Алтай һәм Урта Азияның монгол ҡәбиләләренә барып тоташа. Т. формалашыуына уларҙың Арал, Ҡара диңгеҙ буйында, Көнсығыш Европала йәшәгән иран, уғыр һәм төрки‑бәшнәк, артабан болғар ҡәбиләләре мөхитендә йәшәүе йоғонто яһаған. Азов буйындағы Бөйөк Болғар тарҡалғандан һуң, 9 б. Т. төньяҡҡа, Волга буйына һәм Урал алдына күсә. 13 б. Ҡармасан һәм Сәрмәсән йй. буйында урынлаша, һуңыраҡ Башҡортостандың таулы‑урманлы төбәктәренә күсеп, Ағиҙел й. урта ағымы һәм Нөгөш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) үҙәне буйындағы терр‑яны биләй. 14 — 16 бб. аҙ. Т. бер өлөшө Һаҡмар й. буйына һәм Урал й. һул яғына, икенсе өлөшө Ағиҙел й. үренә һәм көнсығыш Урал аръяғына килеп ултыра. 16 б. аҙ. — 18 б. башында Т. бер өлөшө Туҡ, Оло һәм Кесе Уран йй. (Һаҡмар й. ҡушылдыҡтары), Ҡаралыҡ, Кәмәлек ҡушылдыҡтары булған Оло Ырғыҙ (Волга й. ҡушылдығы) йй. буйына ҡабат ҡайта. 18 б. Т. бөрйән, ҡыпсаҡ, тамъян, үҫәргән, юрматы ҡәбиләләре м‑н күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Нуғай даруғаһының Түңгәүер улусын тәшкил итә. П.И.Рычков мәғлүмәттәре б‑са, бында 18 б. уртаһында 80 йорт иҫәпләнгән. 18—19 бб. аҙ. Т. йәшәгән терр‑я — Верхнеурал өйәҙенә һәм Ырымбур өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 6‑сы (артабан 7‑се), 9‑сы (10‑сы) башҡ. кантондарына (1798—1854) ингән. Хәҙ. ҡәбилә йәшәгән терр‑я БР‑ҙың Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Күгәрсен, Хәйбулла, Әбйәлил р‑ндарына, Һамар өлк. Оло Глушица һәм Оло Чернигов р‑ндарына, Һарытау өлк. Пугачёв р‑нына ҡарай.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019