Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАНК КОЛОННАЛАРЫ

Просмотров: 404

ТАНК КОЛОННАЛАРЫ, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халыҡтың ирекле аҡсалата взностарына төҙөлгән һәм һуғыштағы ғәскәрҙәргә тапшырылған хәрби техника. 1941 й. нояб. Революция көрәшселәренә халыҡ-ара ярҙам ойошмаһының Башҡ‑н ойошмаһы — “РКХЯО‑ның Башҡортостан ойошмаһы” Т.к., 1943 й. Медицина ун‑тының Осоавиахим ойошмаһы “Башҡортостан Осоавиахимы” (ҡара: Рәсәй армияһына, авиацияһына һәм флотына булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәте) Т.к. өсөн аҡса йыя башлай. БАССР‑ҙың уҡыу йорттары уҡыусылары һәм уҡытыусылары аҡсаһына — “Башҡортостан пионеры” (1942), мәктәп уҡытыусыларыныҡына — “Башҡортостан уҡытыусыһы”, Өфөгә эвакуацияланған Украина ССР‑ы Фәндәр академияһы хеҙм‑рҙәре аҡсаһына “Совет Украинаһы өсөн” Т.к. төҙөлә.

Тәрж. М.Х.Хужин  

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019