Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАҪТАР

Просмотров: 518

ТАҪТАР (иран теленән дастор — сәллә, таҫтамал йәки баш кейеме), башҡорт ҡатын-ҡыҙының традицион баш кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Асыҡ төҫтәге киндер йәки кизе-мамыҡ туҡыманан (күберәк ситсанан) теккәндәр. Оҙонлоғо 3 м еткән таҫтамал рәүешендәге Т. башҡа ике ҡат уратып, бер осон арҡаға, икенсеһен алға төшөрөп кейгәндәр. Остарын (башын) мәрйен, сәйлән, суҡ, аппликация, шыма нағыш йәки төрлө төҫтәге ебәк йә йөн ептәр м‑н ҡайығандар; орнаментында геом., сәскә-үҫемлек биҙәктәре күп булған. Үҙәк һәм көнбайыш райондарҙа бер осо төйрәүес м‑н һул яҡ сикә яғына беркетелгән ҙур яулыҡ (ҡыйыҡса) рәүешендәге Т. таралған була. Һарауыс м‑н йөрөткәндәр, ҡайһы берҙә өҫтөнән бүрек, ҡашмау кейгәндәр. Т. башлыса өлкән йәштәге ҡатындар ябынған. Керәшен, мари, мишәр, татар һәм Волга буйы, Урта Азия халыҡтарында киң таралған.

 

 

Е.Е.Никонорова

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019