Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАТАРИНОВ Илья Петрович

Просмотров: 384

ТАТАРИНОВ Илья Петрович (яҡынса 1732 й. — ?), дәүләт эшмәкәре. Дворян. Коллегия советнигы (1782). 1779 й. алып Өфө провинцияһы воеводаһы. 1782 й. башлап Өфө ҡаҙна палатаһының экономия директоры. Өфө наместниклығы учреждениелары өсөн наместник йорто һ.б. биналар төҙөүҙе тикшергән. 1783 й. императрица Екатерина II указы б‑са ҡаҙна ерҙәрен һәм оброк биләмәләрен яҙып алыр өсөн наместниклыҡтың бер нисә өйәҙен йөрөп сыҡҡан. Т. тәҡдиме м‑н Өфө ҡаҙна палатаһы йотлоҡ йылдарына запас булдырыр өсөн крәҫтиәндәрҙән мотлаҡ рәүештә иген йыйыуҙы ойошторған. 1784 й. Өфө граждандар суды палатаһы рәйесе. Арзамас (Түб. Новгород наместниклығы), Переславль-Залесск (Владимир) һәм Сембер (ш. уҡ исемдә) өйәҙҙәрендә имениелар һәм 400‑ләп крепостной крәҫтиән хужаһы булған.

И.М.Васильев

Тәрж. М.Х.Хужин  

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019