Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАТИЩЕВ Василий Никитич

Просмотров: 407

ТАТИЩЕВ Василий Никитич (19.4. 1686, Псков ҡ. янында — 15.7.1750, Мәскәү губ. Болдино а.), дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1737). Дворян. 1700—21 йй. Төньяҡ һуғышында, 1711 й. Прут походында ҡатнашҡан. Инженерҙар һәм артиллерия мәктәбен (Мәскәү) тамамлаған. Пруссияла (1714), Речь Посполитаяла (1717), Швецияла (1718, 1724—25) Пётр I хәрби-дипломатик йомоштарын атҡарған. 1720—22 йй. Уралда ҡаҙнаның тау з‑дтары м‑н идара иткән, 1734 й. алып Ҡазан һәм Себер ҡаҙна тау з‑дтарының Баш идараһы, 1737 й. майынан Ырымбур [ҡара: Ырымбур экспедицияһы (1734—44)], 1739 й. башлап Ҡалмыҡ комиссиялары начальнигы. 1741—45 йй. Әстерхан губ. губернаторы. 1737—38 йй. Себер даруғаһында башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуға етәкселек иткән. Ырымбур сик һыҙығында бер нисә ҡәлғәгә нигеҙ һалған. Т. инициативаһы м‑н Екатерининск тау з‑ды төҙөлгән (1721—23), Исәт провинцияһы ойошторолған; Ырымбур ҡ. Ҡыҙыл Тау төбәгенә күсерелгән (1740), урыҫ мәктәптәре асылған. Башҡортостанда христианлаштырыу сәйәсәте үткәргән, халыҡ иҫәбен алыуға етәкселек иткән. 1739 й. ғин. А.И.Тевкелевтең доносы б‑са Ырымбур комиссияһы нач. вазифаһынан бушатылған. Тарих, ш. иҫ. “Иң боронғо дәүерҙәрҙән алып Рәсәй тарихы” (“История Российская с самых древнейших времён”; 5 китапта, 1768—1848), этнография, география, иҡтисад һәм социология б‑са хеҙмәттәр авторы. Тәүге урыҫ энциклопедик һүҙлеген, Башҡортостанда йыйылған мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алған “Бөтә Себерҙең дөйөм географик тасуирламаһы”н (“Общее географическое описание всея Сибири”) һ.б. төҙөгән. Ватан историографияһында беренсе булып Рәсәй тарихын осорҙарға бүлгән. “Урыҫ хәҡиҡәте” (“Русская правда”) һәм “1550 йылғы Закондар йыйылмаһы” (“Судебник 1550”) исемле боронғо урыҫ закондары йыйынтығын нәшер итеүгә әҙерләгән.

И.Ғ.Аҡманов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019