Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАШКИН Михаил Александрович

Просмотров: 356

ТАШКИН Михаил Александрович [14.2.1918, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Һырт ҡсб (Силәбе өлк. Ҡыҙыл р‑ны) — 30.4.1945, Глучин ҡ. ерләнгән, Чехословакия], Советтар Союзы Геройы (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937— 40 йй. БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Учалы а. СССР Дәүләт банкыһы бүлексәһендә эшләй. 1940 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. башлап Карелия һәм 4‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 18‑се армияның 126‑сы айырым тау уҡсылары корпусы 31‑се уҡсылар бригадаһының орудие ком. өлкән сержант Т. 1945 й. 2 апр. Ратибор ҡ. (Польша) янында Одер й. аша сыҡҡанда һәм һул ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1946), Ҡыҙыл Байраҡ, 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (бөтәһе лә — 1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Пласт ҡ. Т. һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019