Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕТЮШЕВ Савва Никифорович

Просмотров: 312

ТЕТЮШЕВ (Тетюшенинов) Савва Никифорович (1726, Ҡазан губ. Сембер ҡ. — ?), Стәрлетамаҡ ҡ. нигеҙ һалыусы, сауҙагәр. Коллегия советнигы (1765). 1760 йй. уртаһына тиклем армияны, император һарайын һ.б. тауар м‑н тәьмин итә. 1764 й. Ырымбур ҡ. йәшәй. 1765 й. С.‑Петербургҡа илдең үҙәк төбәктәрен йыл буйына Илек тоҙо (1 млн ботҡа тиклем) м‑н тәьмин итеү проектын ебәрә. Быны тормошҡа ашырыу өсөн Ашҡаҙар й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) тамағында пристань төҙөргә тәҡдим итә. Проектты императрица Екатерина II хуплай, хөкүмәт пристань төҙөү т‑да ҡарар ҡабул итә, Т. “Илек тоҙон сығарыу һәм оҙатыуҙың баш директоры” итеп тәғәйенләнә. 1765—66 йй. пристань төҙөүгә етәкселек итә. Ырымбур губернаторы А.А.Путятин м‑н һүҙгә килеү сәбәпле, Башҡортостандан китергә мәжбүр була. 1767 й. яҙында, С.‑Петербургта, Ашҡаҙар пристаненән тоҙ тейәлгән 1‑се караптар каруанын ебәреүҙе ойоштора. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019