Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕЛӘҮКӘЙ ОЛОТИМЕРОВ

Просмотров: 319

ТЕЛӘҮКӘЙ ОЛОТИМЕРОВ (?—1740), башҡорт ихтилалдары (173540) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһының Ҡатай улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1735 й. Килмәк Нурышев отряды составында Нуғай даруғаһында һуғышҡан. 1740 й. апр. уға Ҡараһаҡал тарафынан кенәз титулы бирелгән. Май башында Нуғай даруғаһының Кәлсер‑Табын улусында Т.О. отряды хөкүмәткә тоғро башҡорттар һәм капитан С.Ф.Кублицкий етәкс. хөкүмәт командаһы тарафынан ҡыйратылған. 26 авг. Күҙйылға й. (Кесе Инйәр й. ҡушылдығы) янында секунд‑майор Зимнинский етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алышта Т.О. үлемесле яраланған.

И.Ғ.Аҡманов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019