Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИХАНОВСКИЙ Егор Кузьмич

Просмотров: 327

ТИХАНОВСКИЙ Егор Кузьмич (?—5.1774), Минзәлә ҡ. Смоленск шляхтичтарынан Уложенный комиссия депутаты. Секунд‑майор. Шляхтич (ҡара: Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы). 1767 й. алып Минзәлә хәрби командаһы начальнигы. Комиссияға шляхтичтарға ергә һалым индереүҙе тыйыу һәм башҡа һалымдарҙы бөтөрөү, беркетелгән ерҙәрҙе уларға ғүмерлеккә биреү һ.б. т‑да наказ еткерә. “Аҫыл һөйәктәр хоҡуҡтары проекты”н тикшергәндә дворяндар (ҡара: Дворянлыҡ) мәнфәғәтен яҡлай. 1770 й. башлап Минзәлә воеводаһы. Крәҫтиәндәр һуғышы (177375) ваҡытында ҡәлғәне баш күтәреүселәрҙән һаҡлауҙа ҡатнаша.

И.М.Васильев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019