Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҒАН Иҫәнбикә

Просмотров: 658

ТУҒАН Иҫәнбикә (8.12.1940, Истанбул ҡ., Төркиә), тарихсы. БР ФА‑ның сит ил ағзаһы (2012), Төркиә ФА‑ның почётлы ағзаһы (2010). Филос. д‑ры (1973), проф. (1995). Ә.Ә. Вәлидовтың ҡыҙы. Истанбул ун‑тын (1964), Милли Тайвань ун‑тын (1966, Тайбей ҡ., Ҡытай) тамамлаған. 1967—68 йй. Истанбул ун‑тында, 1974 й. алып Хаджеттепе Ун‑тында, 1978—2007 йй. — Яҡын көнсығыш техник ун‑тында (икеһе лә — Анкара ҡ.), бер үк ваҡытта 1985—92 йй. АҠШ ун‑ттарында (Кембридж, Вашингтон, Бостон ҡҡ.) уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре Урта һәм Үҙәк Азияла, Ҡытайҙа йәшәгән төрки халыҡтарҙың тарихына, Урта быуаттарҙағы этник-ара һәм дәүләт-ара мөнәсәбәттәргә, гендер тарихына, историографияға һ.б. арналған. Вәлидовтың “Хәтирәләр” (1999; төрөк телендә) һәм “Башҡорттар тарихы” (2003; төрөк һәм башҡ. телендә) хеҙмәттәрен баҫтырыуҙа ҡатнаша. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Flexibility and Limitation in Steppe Formations: The Kerait Khanate and Chinggis Кhan. Leiden, 1998; Eski T"ang Tarihi (Chiu T"ang-shu). Ҫin Kaynaklarɪnda Türkler. Aҫɪklamalɪ Metin Neşri. Ankara, 2006 (авторҙ.).

Ә.Ғ.Сәлихов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019