Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОЛКАЧЁВ Константин Борисович

Просмотров: 386

ТОЛКАЧЁВ Константин Борисович (1.3.1953, Сталинск ҡ.), дәүләт эшмәкәре, юрист. Юридик ф. д‑ры (1998), проф. (1998). РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. юрисы, РФ ЭЭМ‑ының почётлы хеҙм‑ре (2000). Эске хеҙмәт ген.‑майоры (1998). СССР ЭЭМ‑ының Рязань юғары мәктәбен (1977), СССР ЭЭМ‑ы Акад. (Мәскәү, 1984) тамамлаған. 1977 й. алып РФ ЭЭМ‑ы системаһында эшләй. 1996—2003 йй. РФ ЭЭМ‑ының ӨЮИ начальнигы. 2003 й. башлап отставкала. 1999 й. алып Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 2—5‑се саҡырылыш рәйесе. 1999—2001 йй. Европа Советында (Страсбург ҡ., Франция) Урындағы һәм төбәк властары конгресының Төбәк палатаһында РФ вәкиле урынбаҫары, РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советында Конституцион ҡануниәт ком‑ты ағзаһы. РФ Закон сығарыусылар советы ағзаһы, БР Башлығы ҡарамағындағы Ярлыҡау мәсьәләләре комиссияһы рәйесе (икеһе лә — 2002 й. алып). “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһендә Сәйәси совет секретары (2009 й. алып). Фәнни тикшеренеүҙәре дәүләт һәм хоҡуҡтың дөйөм теорияһы, конституцион хоҡуҡ һәм кеше хоҡуҡтары проблемаларына арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Дуҫлыҡ (2013), Почёт, “Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (икеһе лә — 2003), Салауат Юлаев (2008) һ.б. орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Методологические и правовые основания реализации личных конституционных прав и свобод человека и гражданина и участие в ней органов внутренних дел. СПб., 1997; Политические проблемы федерализма: взаимодействие органов власти Российской Федерации и Республики Башкортостан. Уфа, 2001.

 

Р.Р.Өмөтбаев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019