ТОЛКАЧЁВ Семён Прокофьевич
ТОЛКАЧЁВ Семён Прокофьевич, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Яйыҡ казагы. М.П. Толкачёвтың туғаны. Пугачёв тарафынан Берда биҫтәһенән Чесноковка баш күтәреүселәр үҙәгенә ебәрелгән. И.Н. Зарубин м‑н берлектә Өфөнө ҡамауҙа һәм штурмлауҙа ҡатнашҡан. 1774 й. 24 мартында Өфө провинцияһының Зубов а. янында И.И.Михельсон етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алышта еңелгәндән һуң Зарубин һәм И.И.Ульянов м‑н бергә ҡасып киткән. 26 мартта Табын ҡәлғәһе янында әсиргә алынған (Өфөлә һаҡ аҫтында булған). 11 окт. алып Ҡазан йәшерен комиссияһында тикшереү үткән. 1775 й. 23 мартында ла шунда булған. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
С.У.Таймаҫов
Тәрж. М.Х.Хужин