Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЫЛМАС

Просмотров: 353

ТЫЛМАС, т ә р ж е м ә с е, 16 б. алып Илселек приказы ҡарамағындағы һәм урындағы адм. учреждениеларҙағы вазифа. 17—19 бб. Т. һәм тәржемәсе вазифалары булған. Т. телдән, һирәкләп яҙма тәржемә яһаған, тәржемәсе ҡатмарлы документтарҙы тәржемә иткән. Т. һәм тәржемәселәр адм., полиция, һалым, суд‑тәфтиш йомоштарын үтәгән, ҡаҙаҡ йөҙҙәре һәм Урта Азия хакимдары м‑н дипломатик һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашҡан. Ер килешеүҙәре һ.б. юридик акттар төҙөгәндә Т. йәки тәржемәсе ҡултамғаһы мотлаҡ булған. 1592—94 йй. Өфөлә Т. Кондратий Кузьмин һәм уның туған‑тыумасаһы (17 б. нәҫелдең бер өлөшө Толмачёв фамилияһын йөрөткән), оҙатып барыусыларҙан Шөгөр Күккүҙев һәм Игелек Заманов билдәле. 1621—23 йй. Т. булып Ф.Дәрбишәлиев, И.Киржацкий, И.К.Стареченин, Н.И.Уржумцев теркәлгән. 1634—38 йй. Өфө воеводаһы ҡарамағында тәржемәсе һәм 9 Т. торған. 17 б. Т. урындағы хеҙмәтле кешеләр, күпселеге урыҫ дворяндары йәки яңы суҡындырылған кешеләр араһынан алынған. 16 б. аҙ. башлап Т. үҙ хеҙмәте өсөн игенләтә, аҡсалата һәм поместье оклады алған. 18 б. 30‑сы йй. аҙ. Т. әҙерләү м‑н Ырымбур комиссияһы, һуңыраҡ Ырымбур губерна канцелярияһы ҡарамағындағы ҡалмыҡ һәм татар мәктәптәре шөғөлләнгән; 19 б. 30—40‑сы йй. тәржемәсе һәм Т. итеп Неплюев хәрби уч‑щеһын (ҡара: Неплюев кадет корпусы) тамамлаусылар тәғәйенләнгән. 18 б. Исәт (тәржемәсе һәм Т.) һәм Өфө (тәржемәсе, 3 Т.) провинция, Ырымбур экспедицияһы (1734—44), Ырымбур губерна (2 тәржемәсе, 2 Т.) канцеляриялары һ.б. урындағы ҡайһы бер учреждениеларҙа; Өфө наместниклығы ойошторолоу м‑н Өфө наместниклығы идараһында, Өфө һәм Сембер ген.-губернатор канцелярияһында, Өфө мосолман диниә назаратында (ҡара: Ырымбур мосолман диниә назараты), Ырымбур сик буйы судында, Сик буйы эштәренең Ырымбур экспедицияһында (ҡара: Ырымбур сик буйы комиссияһы) Т. һәм тәржемәселәрҙең даими штаты булған. Ырымбур сик һыҙығы ҡәлғәләрендә Т. вазифаһын — урындағы казактар, һалдаттар йәки унтер‑офицерҙар, өйәҙ ҡалаларында түбәнге земство судтарынан һәм түбәнге расправанан ауыл заседателдәре (башлыса башҡорттар һәм татарҙар) үтәгән. Т. күпселеге чинһыҙ иң түбән баҫҡыстағы чиновник йәки канцелярия хеҙм‑ре, йыш тәржемәселәр штатына инмәгән телдәр белгән урындағы кешеләр (мосолман руханийы, сауҙагәр, офицер, писарь, һалдат, йөҙ башы, старшиналар һ.б.), мәҫ., Кинйә Арыҫланов, Надир Ураҙмәтов, Туҡтамыш Ишбулатов һ.б., булған. 19 б. сик буйы комиссияһы тәржемәселәре һәм Т. М.Айытов, С.Р.Биғлов, М.М.Биксурин, С.Б.Күкләшев һ.б. Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан фольклорын, этнографияһын, телдәрен өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән.

И.М.Васильев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019