Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОЛСТОЙ Пётр Петрович

Просмотров: 380

ТОЛСТОЙ Пётр Петрович [26.8. 1870, Сембер ҡ. — 7.7.1918, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Николо‑Берёзовка а. (БР‑ҙың Краснокама р‑ны)], граф, Өфө губернаһынан 1‑се Дәүләт думаһы (1906) депутаты, эре ер биләүсе. А.П.Толстойҙың ҡустыһы. Халыҡ азатлығы партияһы ағзаһы. Мәскәү ун‑тының физика-матем. ф‑тын тамамлаған. 1903 й. алып Өфө өйәҙ һәм губ. земство йыйылыштары гласныйы. Өфө губ. земство башҡармаһы ағзаһы. Думала кадеттар фракцияһы ағзаһы. 1906 й. июлендә Выборг ҡ. Думаны тарҡатыуға ҡаршы протесты хуплап, граждандарҙы дәүләт власы органдарына буйһонмауға саҡырған “Халыҡҡа халыҡ вәкилдәренән” тигән өндәмәгә ҡул ҡуя, шуның өсөн 1907 й. 3 айға төрмәгә ябыла. 1915 й. башлап “Уфимская жизнь” (“Өфө тормошо”) гәз. сығара. 1917 й. мартынан “Өфө губернаһының ауыл хужалары һәм сәсеүселәре союзы”на, апр. алып Халыҡ азатлығы партияһының Өфө ҡала ком‑тына, июлдән губ. ком‑тына етәкселек итә. Өфө ҡала думаһы гласныйы. Өфө губ. 5,150 мең дисәтинә ергә, Өфөлә типографияға хужа була. Хәйриә м‑н шөғөлләнгән, Бәләбәй өйәҙе Языков а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) Халыҡ йорто төҙөүгә, Языков м‑н Өфө араһында телефон линияһы һуҙыуға аҡса биргән. 1918 й. июнендә Ғәҙәттән тыш комиссия органдары тарафынан аманатҡа алына, атыла.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019