Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҠТАМЫШ

Просмотров: 377

ТУҠТАМЫШ (яҡынса 1350—1406), Алтын Урҙа ханы (1380—90 йй.). Сыңғыҙхан нәҫеленән, Манғышлаҡ хакимы Туйхужаның улы. 1376 й. Аҡ Урҙанан Сәмәрҡәндкә Аҡһаҡ Тимер янына ҡаса. Ғәскәр башлығы итеп тәғәйенләнә. 1377 й. Иҙеүкәй ярҙамы м‑н Күк Урҙа ханы тип иғлан ителә. 1380 й. көҙөндә Азов буйында Алтын Урҙаның ғәскәр башлығы Мамайҙың ғәскәрен ҡыйрата, Алтын Урҙала власты яулап ала. 1382 й. Мәскәүҙе яндыра. 1380 йй. уртаһынан Аҡһаҡ Тимер ерҙәренә һөжүм итә. 1391 й. 18 июнендә Ҡондорса й. (Суҡ й. ҡушылдығы) һәм 1395 й. 15 апр. Терек й. (Каспий диңгеҙе басс.) яуҙарҙа еңелә, Рус кенәзлегенә, һуңыраҡ Бөйөк Литва кенәзлегенә ҡаса. 1399 й. 12 авг. Ворскла й. (Днепр й. ҡушылдығы) буйында Т. м‑н бөйөк Литва кенәзе Витовтың берләштерелгән ғәскәре Иҙеүкәй м‑н Алтын Урҙа ханы Тимер Ҡотлоғ ғәскәрҙәре тарафынан ҡыйратыла. Т. далаға ҡаса, һуңыраҡ шунда үлтерелә. Т. осоронда Башҡортостанда башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы нығытыла, тарханлыҡ ин‑ты үҫеш ала (ҡара: Тархан). Т. “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, “Иҙеге” башҡ. эпостарында һәм башҡ. фольклорының башҡа әҫәрҙәрендә телгә алына.

Әҙәб.: Башкирское народное творчество. Т.10. Исторический эпос. Уфа, 1999; М и р г а л е е в И.М. Войны Токтамыш-хана с Аксак Тимуром. Казань, 2003; Р у Ж.‑П. Тамерлан. М., 2004.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019