Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРОЦКИЙ Лев Давидович

Просмотров: 337

ТРОЦКИЙ Лев Давидович [ысын исеме Бронштейн Лейба; 25.10. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 6.11) 1879, Херсон губ. Яновка а. — 21.8.1940, Мехико], революция хәрәкәте эшмәкәре, сәйәси, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. 1897 й. алып РСДРП ағзаһы. 1905—07 йй. революцияла ҡатнашыусы. Одесса 6 класлыҡ уч‑щеһын, Александр реаль уч‑щеһын (Николаев ҡ., 1896) тамамлай. 1905 й. дек. Тубыл губ. Обдорск а. һөргөнгә ебәрелә, Финляндияға ҡаса, 1907 й. башлап эмиграцияла була. 1917 й. майынан Петроград эшсе һәм һалдат депутаттары советы башҡарма ком‑ты ағзаһы, сент. алып рәйесе. Петроградтағы Окт. ҡораллы ихтилалы [ҡара: Революция (1917)] етәкселәренең береһе. 1918—25 йй. РСФСР‑ҙың хәрби һәм диңгеҙ эштәре б‑са халыҡ комиссары, Юғары хәрби совет рәйесе, бер үк ваҡытта сент. башлап РСФСР Реввоенсоветы рәйесе. 1919 й. көҙөндә Т. тәҡдиме б‑са Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы һәм Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы частарыПетроградҡа күсерелеп, ген. Н.Н.Юденич ғәскәрен ҡыйратыуҙа ҡатнаша. 1920 й. мартында Т. Башҡортостан хәрби-революцион комитеты һәм РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты, Бөтә Рәсәй ҮБК м‑н РКП(б) ҮК‑ның АСБР‑ҙағы вәкилдәре араһындағы бәхәсте көйләүҙә ҡатнаша. Респ. эштәренә үҙәк совет власы вәкилдәренең саманан тыш ҡыҫылыуын, Башревкомды революцияға ҡаршы орган тип баһалауҙың хата фекер булыуын билдәләп, башҡ. мәсьәләһе б‑са Башревком позицияһын яҡлай (Өфө, 1920 й. 14 марты). 1926 й. — Политбюро, 1927 й. нояб. ВКП(б) составынан сығарыла. 1928 й. ғин. — Алма-Атаға, 1929 й. февр. сит илгә ҡыуыла. Төркиәлә, 1933 й. алып — Францияла, 1935 й. — Норвегияла, 1937 й. Мексикала йәшәй. Шулай уҡ Антид Ото, Львов ҡушаматтары м‑н билдәле булған.

Хеҙм.: К истории русской революции. М., 1990; Моя жизнь: опыт автобиогр.: в 2 т. М., 1990.

Әҙәб.: Васецкий Н.А. Троцкий: опыт полит. биогр. М., 1992; Волкогонов Д.А. Троцкий: полит. портр.: в 2 кн. М., 1992.

И.Ф.Плотников

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019