Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЗОВ Николай Иосифович

Просмотров: 360

ТУЗОВ Николай Иосифович [13.12. 1923, Урал өлк. Губернское а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) — 18.1.2002, Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны Байрамғол а.], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. апр. алып Үҙәк фронтта хеҙмәт итә. Герой исеменә 65‑се армияның 149‑сы уҡсылар див. 568‑се уҡсылар полкы уҡсыһы рядовой Т. 1943 й. 16 окт. Белорус ССР‑ының Щитцы а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1946) “Заря” к‑зы рәйесе, 1958 й. башлап “Урал” к‑зы рәйесе урынбаҫары; 1960—79 йй. “Арғужа” с‑зында бүлексә идарасыһы, 1969 й. алып эшселәр ком‑ты рәйесе, 1974 й. — Сәйәси ағартыу кабинеты мөдире; 1971—74 йй. Байрамғол а/с башҡарма ком‑ты (бөтәһе лә — Арғаяш р‑ны) рәйесе булып эшләй. Ленин (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән. Байрамғолда Т. исеме м‑н урам аталған.

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019