Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЙ

Просмотров: 401

ТУЙ, 1) башҡорттарҙың традицион байрамы. Ҡәбилә йәки ырыу йыйындарына (ҡара: Йыйын, Ҡоролтай, Майҙан һ.б.), сәсеү эштәре, йәйләү башланыуға йәки тамамланыуға бәйле календарь йолаларына (ҡара: Ер эшкәртеүгә бәйле йолалар, Ҡарғатуй, Башҡорт йәйләүҙәре, Һабантуй, Малсылыҡҡа бәйле йолалар һ.б.) һәм кеше тормошондағы мөһим ваҡиғаларға бәйле ғаилә тантаналарына (тыуыу, балалыҡтан йәшлеккә, йәшлектән ҡартлыҡҡа күсеү, никахҡа инеү һ.б.; ҡара: Бишек туйы, Ғаилә-никах мөнәсәбәттәре, Һырғатуй) арналған күмәк саралар ваҡытында үткәрелгән. Күсмә һәм ярым күсмә малсылыҡ хужалығы шарттарында байрамдар төрлө ҡәбилә һәм ырыуҙар араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыуҙа мөһим урын тотҡан, халыҡты этник йәһәттән бергә туплауға булышлыҡ иткән (ҡара: Этник мәҙәниәт, Этнос).

2) Башҡорттарҙың туй йолаларында кәләштең ата-әсәһе йортонда үткәрелгән төп тантана. Т. алдынан ҡоҙалау, никах һәм ҡалым өлөшө йәки уны тулыһынса түләү йолалары үткәрелгән. Т. ваҡытында буласаҡ кейәү үҙенең ата-әсәһе һәм яҡын туғандары (10—12 ғаилә) м‑н биҙәлгән ат арбаһына ултырып килгән. Ауыл осонда ҡоҙаларҙы ҡулдарына терһәктән өҫтәрәк ҡыҙыл сепрәк бәйләп, кәләштең туғандары һый м‑н ҡаршы алған. Артабан Башҡортостандың көньяҡ- көнсығыш райондарында “Бәйге алып ҡасыу” (ҡара: Бәйге), көньяҡ һәм таулы-урманлы яҡтарында “Ҡот сабыу” тип аталған йола үткәрелгән. Еңеүсегә һебә бирелгән. Кәләш йортона килгәс, табын ҡорғандар. Аҙаҡ төп ҡоҙа ҡунаҡтарҙы туғандары м‑н күршеләренең өйөнә урынлаштырған. Кейәүҙең ата-әсәһе хужаның өйөндә ҡуна ҡалған. Икенсе көндө төш ваҡытында ҡунаҡтар өсөн кәләш йортонда тәүге табын (туй алыу, тәүге аш), туй ашы (туйлыҡ) һәм хушлашыу ашы (хуш ашы) ойошторолған. Хужа кеше ҡунаҡтарҙы сәләмләп, сеүәтәгә һалынған ҡымыҙ м‑н ҡаршы алған. Табын алдынан урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйгәндәр, ҡунаҡтарға һыулы ҡомған һәм таҫтамал биргәндәр. Ҡунаҡтарҙы өҫтәл тирәләй ултыртҡанда хужа уларҙың енесен, йәшен һәм соц. статусын, туғанлыҡ дәрәжәһен (ҡара: Туғанлыҡ системаһы) иҫәпкә алған: иң түргә төп ҡоҙаны — кейәүҙең атаһын йәки олатаһын ултыртҡандар. Ҡатын-ҡыҙ айырым өҫтәлдә ултырған. Беренсе табында бер-береһенә бүләк (күренес) таратҡандар, һоғондороу йолаһы үткәрелгән (ҡара: Бишбармаҡ, Өлөш). Йәштәргә изге теләктәр теләгәндәр (ҡара: Алғыш), күберәк ғаилә һәм никах т‑да йыр йырлағандар, һамаҡ, таҡмаҡ әйткәндәр; “Өс таған”, “Киленсәк”, “Һыу юлы” кеүек бейеүҙәр (ҡара: Халыҡ бейеүҙәре) башҡарғандар. Икенсе көнгә (ҡайһы ваҡыт өсөнсө көнгә) үткәреләсәк иң төп туй табынына кейәүҙең ата-әсәһе вәғәҙәләгән малды һуйған (туйлыҡ малы). Байрам табыны сәсәндәрәйтеше, ҡурайҙа, гармунда уйнау, төрлө ярыштар (көрәш, бәйге һ.б.) м‑н бергә барған. “Ҡунаҡ күрһәтеү” йолаһы ла булған: туй табынына ҡунаҡтар м‑н таныштырыу һәм һыйлар өсөн туған-тыумаса, күршеләр саҡырылған, аҙаҡ улар үҙҙәре ҡунаҡтарҙы табынға саҡырып алған. Башҡортостандың көньяҡ һәм көньяҡ- көнсығыш райондарында туйҙың икенсе көнөндә ҡатын-ҡыҙ араһында ғына үткәрелә торған йыуаса һәм “Килен һөйөү” йолалары булған: кейәүҙең ҡатын-ҡыҙ туғандары кәләште уртаға ултыртып, уны хуплап, йәш кәләште үҙҙәре араһына алырға әҙер икәндәрен белдереп, уға төрлө бүләктәр (яулыҡ, күлдәклек тауар, көмөш тәңкәләр һ.б.) биргән, изге теләктәр әйткән. Хушлашыр алдынан бөтә ҡунаҡтар ҙа Башҡортостандың үҙәк райондарында “Төрткөс бутҡаһы” тип аталған тары бутҡаһы ҡуйылған өҫтәлгә хушлашыу ашына йыйылған; көньяҡ-көнсығыш райондарҙа “Сыбыртҡы ашы” йолаһы үткәргәндәр: табын ваҡытында йәштәрҙең береһе тунының тиҫкәре яғын әйләндереп кейеп, ҡоҙа янына килгән һәм таралышырға ваҡыт икәненә төрттөрөп, еңелсә генә уның арҡаһына төҫлө таҫмалар м‑н биҙәлгән сыбыртҡы м‑н һуғып алған, яуап итеп ир-ат таҫмаларға — аҡса, ҡатын-ҡыҙ яулыҡ йәки икенсе бүләк бәйләгән. Байрам табынына бишбармаҡ, өлөш, ҡаҙы, тултырма, ҡорот, бәлеш, эсемлектәрҙән бал, буҙа, ҡымыҙ, сәйгә бауырһаҡ, гөбәҙиә, ҡыҙыл эремсек, бал, һөҙмә, сәксәк һ.б. ризыҡ ҡуйғандар. Т. ваҡытындағы күп кенә йолалар кейәүҙең яғында ҡалым түләп бөткәс үткәрелгән тантанала ҡабатланған (ҡара: Ҡалын). Бындай байрам Ҡаҙағстан, Үҙәк һәм Урта Азия, Төньяҡ Кавказдың малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән күп халыҡтарында таралған була.

Әҙәб.: Р у д е н к о С.И. Башкиры: ист.-этногр. очерки. Уфа, 2006; С у л т а н г а р е е в а  Р.А. Жизнь человека в обряде: фольк.‑этногр. иссл. башк. семейных обрядов. Уфа, 2006.

Р.Ә.Солтангәрәева

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019