ТУҠАЕВ Мөхәмәтшакир Мөхәмәтхарис улы
ТУҠАЕВ Мөхәмәтшакир Мөхәмәтхарис улы [14.1.1862, Ырымбур губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Стәрлебаш а. (БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны) — 1932, Ырымбур ҡ.], Өфө губернаһынан 2‑се (1907) һәм 3‑сө (1907—12) саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Башҡорт. Туҡаевтар нәҫеленән. 1905 й. алып Рәсәй мосолмандары иттифағы ағзаһы. Стәрлебаш мәҙрәсәһен, Ырымбур татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлаған. 1887—90 йй. Стәрлетамаҡ өйәҙ земство йыйылышы гласныйы, 1898—1901 йй. Өфө губерна статистика ком‑ты ағзаһы. 2‑се Думала выждан ирке комиссияһы ағзаһы, 3‑сөһөндә — ер, дин мәсьәләләре, крәҫтиәндәр т‑да ғәмәлдәге ҡануниәтте үҙгәртеү һәм балыҡсылыҡ б‑са комиссиялар ағзаһы. Дәүләт думаһының мосолман фракцияһына ингән. 2‑се (1906 й. июне) һәм 4‑се (1914 й. июне, икеһе лә — С.‑Петербург) Рәсәй мосолмандары съездары делегаты.
Х е ҙ м.: Отчёт члена комиссии по вероисповедным вопросам Государственной думы II и III созыва Мухамет-Шакира Харисова Тукаева, депутата от Уфимской губернии. Уфа, 1912.
Л.Ә.Ямаева
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев