Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҠАЕВ Рифҡәт Ғәлимйән улы

Просмотров: 366

ТУҠАЕВ Рифҡәт Ғәлимйән улы (10.10.1923, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Түб. Ҡарыш а. (БР‑ҙың Балтас р‑ны) — 19.6.1995, Андижан ҡ., Үзбәкстан), Дан орд. тулы кавалеры. Үзбәк ССР‑ының атҡ. уҡытыусыһы. СССР‑ҙың мәғариф отличнигы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ташкент пед. ин‑тын (1962), Марксизм-ленинизм ин‑тын (Андижан, 1966) тамамлаған. 1940 й. алып Үзбәк ССР‑ында урта мәктәп уҡытыусыһы булып эшләй. 1942 й. нояб. башлап 2‑се Балтик буйы фронтында 10‑сы гвардия армияһы 379‑сы див. 1257‑се һәм 1250‑се уҡсылар полктарында хеҙмәт итә, 1944 й. дек. — 1‑се Украина фронтында 59‑сы армияның 245‑се див. 322‑се айырым разведка ротаһында отделение командиры. Дан орд. м‑н Т. 1944 й. 21 февр. Пустошка ҡ., 10—13 июлдә Калинин өлк. Харитоново а. һәм 29 сент. Латвия ССР‑ының Мадлиена торама пункты янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Андижанда эшләй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), 1‑се (1958), 2‑се (1944 й. марты) һәм 3‑сө (ш. уҡ йылдың июле) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019