Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҠТАМЫШ ИШБУЛАТОВ

Просмотров: 568

ТУҠТАМЫШ ИШБУЛАТОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (177375) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Өфө провинцияһы башҡорттарынан Уложенный комиссия депутаты. Мәғдән сығарыусы. Уҫы даруғаһының Ғәйнә улусы (Пермь крайының Барҙы р‑ны) Барҙы а. башҡорто. Башҡорт ихтилалын (175556) баҫтырыуҙа ҡатнашҡан. 1755 й. Ғәйнә башҡорттарының баш күтәреүселәр отрядын тар-мар иткән. 1756 й. алып шул уҡ улустың старшинаһы. 1759 й. башлап үҙ рудниктарынан Шәрмәйет заводына баҡыр мәғдәне ташытҡан. Комиссияға ислам динен ирекле тотоу, писарҙарҙы башҡорттар араһынан тәғәйенләү, яһаҡ түләүҙе тергеҙеү, аҫаба башҡорттар м‑н тау заводы хужалары һәм керҙәштәр араһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү, почта һәм ылау бурыстарын үтәү шарттары, Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт иткән өсөн эш хаҡы түләү, сауҙагәрҙәрҙең монополиялы сауҙа хоҡуғын бөтөрөү т‑да наказдар тапшырған. Ихтилал башланыр алдынан Ырымбур ҡ. булған. 1774 й. мартында башҡорттар м‑н ихтилалды туҡтатыу т‑да һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн И.А.Рейнсдорп тарафынан Уҫы даруғаһы терр‑яһына ебәрелгән. 16 июндә Уй заводы янында 1 меңлек отряды м‑н Пугачёвҡа ҡушылған. 18—20 июндә Салауат Юлаев ғәскәре составында Уҫыны алыуҙа ҡатнашҡан. Үҙ улусында баш күтәреүселәр ғәскәренә мобилизация уҙғарған. Төп ғәскәр Волга аръяғына китеү м‑н баш күтәреүселәр хәрәкәтенән ситләшкән. Нояб. майор Д.О.Гагринға баш һалып килгән. Дек. алып Ҡазан йәшерен комиссияһында тикшереү үткән. 1775 й. 27 мартында Сенаттың Йәшерен экспедицияһы тарафынан азат ителгән. Баш күтәреүселәр хәрәкәтендә ҡатнашҡаны өсөн Екатерина II ҡарары м‑н депутат дәрәжәһенән мәхрүм ителгән. 1777 й. старшина булып хеҙмәт иткән. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019