Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ТУЛҠЫН”

Просмотров: 245

“ТУЛҠЫН”, бөтә башҡорт йәштәре иттифағы. 1917 й. 18 дек. Ырымбур ҡ. 3‑сө Бөтә башҡ. ойоштороу ҡоролтайында (ҡара: Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары) Ш.Бабич, Х.Ғ.Ғәбитов, Ғ.Иркәбаев, Н.Т.Таһиров һ.б. инициативаһы м‑н төҙөлә. Башҡ. йәштәрен берләштереү, алдынғы ҡараштарҙы таратыу, башҡ. телен һәм мәҙәниәтен үҫтереү һ.б. өсөн сығыш яһаған. Етәксе органы — башҡарма ком‑т, тәүҙә 8, һуңыраҡ 6 ағзанан торған. Башҡорт мәркәз шураһы ҡарамағында булған. 1918 й. 17 февр. Башҡорт хөкүмәтен һәм Башҡ. мәркәз шураһын ҡулға алғандан һуң, иттифаҡ ағзаларының бер өлөшө А.С.Дәүләтшин етәкс. Башҡортостан Ваҡытлы революцион советын ойоштороу һәм Башҡортостан совет автономияһын төҙөү инициативаһы м‑н сығыш яһай, ләкин иттифаҡ ағзаларының күбеһе 3‑сө Бөтә башҡ. ойоштороу ҡоролтайында раҫланған Башҡ. хөкүмәтен һәм башҡ. автономияһын хуплай. Төбәктә сәйәси хәл үҙгәреү сәбәпле, иттифаҡтың башҡарма ком‑ты эшмәкәрлеген туҡтата. 1 сент. Бөтә башҡ. йәштәре конф. (Ырымбур) башҡарма ком‑ттың яңы составы һәм рәйесе һайлана. “Т.” нәшриәт һәм музыка-драма бүлектәре төҙөлә. Граждандар һуғышы осоронда Башҡорт ғәскәре һалдаттары өсөн төрлө саралар ойошторған, Башҡортостандың улус һәм кантондарында мәҙәни- ағартыу эше алып барған. 1919 й. февр. Башҡ. хөкүмәте һәм ғәскәре совет власы яғына сыҡҡандан һуң, “Т.” үҙенән-үҙе тарҡала, мартта уның лидерҙары Бабич м‑н Иркәбаев ҡыҙылармеецтар тарафынан үлтерелә. Рәйестәре: Бабич (1917 й. дек. алып), Г.Б.Ҡарамышев (1918 й. сент. алып).

Р.Н.Мәсәлимов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019